«Әтиләү» уҡыу-уҡытыу методик комплекты
«Әтиләү» телмәр үҫтереү буйынса уҡыу-уҡытыу комплекты рус мәктәптәрендә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе 1-се класс уҡыусыларына, башҡорт теле уҡытыусыларына тәғәйенләнә.
Авторҙары: Ишкарина Фәниә Ҡасым ҡыҙы, Юлдашбаева Лилиә Азамат ҡыҙы Ҡырмыҫҡалы районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары
«Минең тыуған Өфө районым» методик ҡулланмаһы
«Минең тыуған Өфө районым» методик ҡулланмаһы тәрбиәләнеүселәрҙең тәбиғәт тураһында белемен киңәйтә, тирә-яҡ, Кесе Ватан тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе танып белергә ярҙам итә, тыуған яҡҡа һөйөү, яҡташтарының ҡаҙаныштары менән ғорурланыу хисе тәрбиәләй.
Методик ҡулланма Өфө районы тәрбиәселәренә, педагогик белгестәргә, профиль буйынса белем алыусы урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттарына тәғәйенләнә.
Авторҙары: Вәлиева Дания Хәсән ҡыҙы, Мөрсәлимова Эльвира Әмир ҡыҙы, Ибраһимова Гөлнәзирә Мәжит ҡыҙы, Вәхитова Әлфирә Ғабделбарый ҡыҙы, Өфө районы Шамонин ауылы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы педагогтары
“Башҡортостандың ете мөғжизәһе” уҡыу-уҡытыу методик комплекты
“Башҡортостандың ете мөғжизәһе” уҡыу-уҡытыу методик комплекты полилингваль белем биреү ойошмаларында эшләүсе уҡытыусыларға, уҡыусыларға тәғәйенләнә. Тәҡдим ителгән уҡыу-уҡытыу комплектын башҡорт һәм инглиз теле дәрестәрендә, кластан тыш эшмәкәрлектә файҙаланырға мөмкин.
Комплектта “Башҡорт балы”, “Шүлгәнташ мәмерйәһе”, “Ҡурай, “Красноусол минерал һыуҙары”, “Янғантау”, “Урал батыр” эпосы” темаларына методик материалдар тәҡдим ителә:
✓ Уҡытыусылар өсөн методик күрһәтмә, дәрес өлгөләре;
✓ Лазер технологияһы менән эшләнгән аудио-китап;
✓ Диалог һөйләү телмәрен үҫтереү дәфтәре;
✓ Контроль эш өсөн полилингваль уйындар – 7шт;
✓ Гравировкалы ағас пазлдар – 7 шт.
✓ Электрон сайт http://7.yarkayashkola.ru/
Авторҙары: Сафиуллина Ләйсән Рәис ҡыҙы, Хәбибуллина Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы, 2-се республика күп профилле полилингваль “СМАРТ” гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Интерактивные игры
Төньяҡ-көнбайыш диалекты шарттарында башҡорт телен уҡытыу буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты.
Автор: Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы, Борай районы Борай 2-се гимназияһы