«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» регион-ара конкурсының әҙерлек семинары үтте

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл 26-сы тапҡыр үткәрелә.

Конкурсҡа әҙерлек сиктәрендә 24 февраль көндө онлайн форматта семинар үткәрелде.

Сарала республиканың район-ҡалаларынан һәм күрше өлкәләрҙән муниципаль этаптарҙа еңеү яулаусы, регион-ара конкурста үҙ көсөн һынап ҡарарға теләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

Конкурсты ойоштороусылар бәйгенең үткәрелеү тәртибе, яңылыҡтары, баһалау критерийҙары менән таныштырһа, конкурстың былтырғы лауреаттары һәр этап буйынса үҙ тәжрибәләре менән бүлеште, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе.

Бәйге онлайн һәм оффлайн форматта үтә. Тәүге конкурс этабы 4 мартта старт ала.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” регион-ара конкурсы быйыл да уңышлы үтер, яңы йондоҙҙар асыр тип ышанабыҙ!

Семинарҙы түбәндәге һылтанма аша ҡарарға мөмкин:

https://drive.google.com/file/d/1mUm1oAMWzAvntk8cLS9ZZXKSTBwEEDuF/view

Сообщить об опечатке

Текст, который будет отправлен нашим редакторам: