«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт ала

Яҙҙың тәүге көндәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы старт ала. Бәйге быйыл 26-сы тапҡыр ойошторола. Киң ҡарашлы, көслө рухлы, һәләтле, ижади эшләгән талантлы уҡытыусыларҙы асҡан был конкурс  иҫ киткес бай тарихлы.

Быйылғы бәйгелә барлығы 53 уҡытыусы ҡатнаша. Уларҙың алтыһы күрше – Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән. 

Еңеүсе исеменә быйыл 51 ҡатын-ҡыҙ, 2 ир-егет дәғүә итә.

Конкурс өс турҙан тора, онлайн һәм офлайн форматта үтә. Бәйгене онлайн асыу тантанаһы 4 мартта 10 сәғәттә түбәндәге һылтанма буйынса үтә:

https://youtu.be/qDDVMgo052E

Баһалама ағзалары составына арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм милли мәғариф өлкәһендәге белгестәр инде.

Уларға яуаплы эштәрендә еңеллек һәм ғәҙел баһалар, бәйгеселәргә сәм, илһам, дәрт  теләйбеҙ! «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсы яңы исемдәр асһын, телебеҙҙе яңы бейеклектәргә күтәрһен!

X