KӘҢӘШ.RU

Уҡытыусылар өсөн файҙалы кәңәштәр

Хөрмәтле уҡытыусылар!

Был кәңәштәр эшегеҙҙә ярҙамсы булыр, методик оҫталығығыҙҙы үҫтереүгә булышлыҡ итер тип ышанам.

Эшегеҙҙә уңыштар теләп, М.С. Дәүләтшина, педагогика фәндәре кандидаты,
Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры урынбаҫары

1
Уңышлы дәрес серҙәре
+

Уңышлы дәрескә ете аҙым:

1. Уңышлы дәрес - уҡыусының дәрестә үҙен асыуы, дәрестең маҡсатын, ошо предметтың йәки теманың уның тормошонда ни өсөн кәрәклеген аңлап ҡабул итеүе. Һәр эшкә дөрөҫ маҡсат ҡуя белеү - уҡытыусы өсөн дә, уҡыусы өсөн дә бик мөһим күнекмә. Дәрескә ҡуйылған маҡсат аныҡ булырға һәм ошо дәрес сиктәрендә тормошҡа ашырға тейеш.

2. Уңышлы дәрес - яңылыҡ белеү, асыш яһау дәресе. Яңылыҡ - ул яңы мәғлүмәт кенә түгел, ә уҡыусыла барлыҡҡа килгән яңылыҡты тикшереп ҡарау теләге. Шул теләкте уята алғанһығыҙ икән, уңышҡа юл асыҡ.

3. Уңышлы дәрес - дәрестә нәмәлер ижад итеү, тыуҙырыу. Белем алыу процесында уҡыусы нәмәлер эшләргә өйрәнә икән (шиғыр яҙырға, модель төҙөргә, план нигеҙендә эшләргә, әхләҡи күҙлектән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡорорға һ.б.), тимәк, киләсәктә ул уңышлы буласаҡ. Дәрестә әҙер материалды ғына тыңлап, бер нәмә лә булдырмай сығып китә икән, тимәк, был дәрестә уңышҡа нигеҙ һалынмаған.

4. Уңышлы дәрес - компетентлыҡтарҙы үҫтереү дәресе. Компетенция - ул ситтән бирелгән норма, компетентлыҡ - ошо сифатҡа эйә булыу. Компетентлыҡты оҫталыҡ менән сағыштырырға мөмкин, компетенцияны - мәғлүмәтлелек менән. Кемдер күп белә, ә тормошта уны ҡуллана алмай. Уҡыусыларығыҙҙың белемде тормошта ҡуллана белеүе - уңышлы дәрестең бик мөһим күрһәткесе.

5. Уңышлы дәрес - аралашыу дәресе. Дәрестә төрлөсә һөйләшәбеҙ: парҙарҙа, төркөмдә, проект төҙөү барышында, монолог, диалог форматында. Төп маҡсат - уҡыусыны иркен аралашырға, матур итеп әңгәмә ҡорорға, килеп тыуған проблеманы дөрөҫ ҡоролған телмәр аша хәл итергә өйрәтеү. Дәрестә уҡытыусының түгел, уҡыусының телмәрен үҫтерәбеҙ икәнлекте иҫтә тотоу мөһим.

6. Уңышлы дәрес - метапредмет һөҙөмтәләренә ирешкән дәрес. Метапредмет һөҙөмтәләре - ул бер нисә предмет нигеҙендә формалашҡан күнекмәләр һәм эшмәкәрлек алымдары, улар уҡыусыға үҙ аллы уҡырға, мәсьәләләрҙе хәл итергә һәм белемен мәктәптә генә түгел, ысынбарлыҡта ла файҙаланырға мөмкинлек бирә. Дәресегеҙҙә ошо һөҙөмтәләр бар икән, һеҙ дөрөҫ юлда.

7. Уңышлы дәрес - дөрөҫ баһаланған хеҙмәт. Дәрестә уҡыусының эшмәкәрлеге нисек баһалана? Кем баһалай: уҡытыусымы, уҡыусы үҙеме? Ниндәй юлдар менән ойошторола баһалау? Билдә менән баһа араһында айырма бармы? Уҡыусыларҙың баһаларын сағыштырыу дөрөҫмө? Нимә ул форматив баһалау һәм йөкмәткеле баһалау? Ошо һорауҙарға яуабығыҙ әҙер икән - уңышҡа тағы бер аҙым атланығыҙ.

Түбәндәге кәңәштәрҙе хәтерегеҙҙә тотоғоҙ:

  • Ниндәй баһа ҡуйһағыҙ ҙа, уҡыусыға тыныс тауыш менән еткерегеҙ;
  • Баһалауҙа "алыу" принцибы урынына "ҡушыу" принцибын ҡулланығыҙ;
  • Баланың эске хәлен аңларға өйрәнегеҙ;
  • Билдәне ҡамсы итеп түгел, ә хеҙмәттәшлеккә этәргес итеп ҡулланығыҙ.

СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, педагог-новатор Виктор Федорович Шаталовтың һүҙҙәренә таянып әйткәндә: мәктәптә эш уңышлы булһын өсөн "тоҙло ҡыяр" эффекты эшләргә тейеш. Иң мөһиме - рассолды дөрөҫ эшләү. Әгәр ҙә рассол дөрөҫ икән, ниндәй генә ҡыяр булмаһын, рассолға төшөп, барыбер тоҙлана.

Һеҙҙең дипломығыҙ - мәғариф донъяһына асҡыс. Ә артабанғы үҫеш өсөн мөмкинлектәр сикһеҙ, барыһы ла һеҙҙең үҙегеҙҙән тора. Кем алға атламай, шул артта ҡала.

Уҡытыусы - йәмғиәтте тотоп тороусы алтын бағаналарҙың береһе. Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

2
Заманса дәрес ниндәй була?
+

Заманса дәрес уҡыусы шәхесен төрлө яҡлап үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Төп маҡсат: мәғлүмәт йәмғиәтендә йәшәү өсөн уҡыусыларҙа кәрәкле компетенцияларҙы формалаштырыу, тәнҡитле фекерләүҙе һәм үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлегенә һәләтте үҫтереү.

Методтар һәм алымдар

Дәрестә төрлө методтар һәм алымдар ҡулланыла: проект эшмәкәрлеге, тәнҡитле фекерләүҙе һәм уҡыусыларҙың үҙаллылығын үҫтереүгә булышлыҡ иткән төркөмлө эш формалары һәм эҙләнеү-тикшеренеү эштәре. Шулай уҡ интерактив технологиялар һәм мультимедиа материалдары әүҙем ҡулланыла.

Интерактив формалар ҡулланыу

Виртуаль кластар һәм онлайн-платформалар белем биреү процесын һәр уҡыусының ихтыяжына яраҡлаштыра, интерактив таҡталар һәм белем биреү ҡушымталары дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итә һәм уҡыусыларҙың уҡыуға ынтылышын арттыра.

Баһалау һәм контроль

Заманса дәрестә баһалау һәм контроль - ул белемде тикшереү генә түгел, ә уҡыусыларҙың үҫешен комплекслы анализлау. Дәрестә критерийлы баһалауҙы ҡулланыу уҡыусыларҙа үҙ-үҙенә ышаныс тыуҙыра. Даими мониторинг белемдәге етешһеҙлектәрҙе ваҡытында асыҡларға һәм заданиеларҙы уҡыусыларҙың шәхси ихтыяждарына яраҡлаштырырға ярҙам итә.

Хеҙмәттәшлек һәм командала эш

Хеҙмәттәшлек һәм команда менән эшләү дәрестә уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында идеялар менән әүҙем алмашыуға булышлыҡ итә. Төркөмдәрҙә үҙ-ара эш итеү коммуникатив күнекмәләрҙе һәм коллективта эшләй белеүҙе үҫтерә. Командала эшләү төрлө алымдарҙы һәм фекерҙәрҙе берләштерергә мөмкинлек бирә.

Тәнкитле фекерләүҙе үҫтереү

Тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү уҡыусыларҙа мәғлүмәтте анализлау һәләтен булдырыуҙы, сәбәп-тикшереү бәйләнештәрен асыҡлауҙы һәм нигеҙле һығымталар әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Был белемде үҙләштереүгә генә түгел, ә үҙ аллы фекерләү оҫталығын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә, был тиҙ үҙгәреүсән донъяла уңышлы яраҡлашыу өсөн төп фактор булып тора. Дәрестә интерактив алымдар һәм проблемалы һорауҙар ҡулланыу уҡыусыларҙың белем биреү процесында әүҙем ҡатнашыуын дәртләндерә һәм уларҙың тәнҡитле фекерләүен үҫтерә.

Шәхси ҡараш

Заманса дәрестә шәхси ҡараш һәр уҡыусының уникаль ихтыяжын һәм һәләтен иҫәпкә алырға мөмкинлек бирә. Уҡытыусы һәр уҡыусының потенциалын асыуға һәм материалды һөҙөмтәле үҙләштереүҙе тәьмин итеүгә булышлыҡ иткән персональ эштәр һәм уҡытыу алымдарын билдәләй. Был уҡыусыларҙа үҙ көсөнә ышаныс тыуҙырырға ярҙам итә һәм уларҙы белем алыуға дәртләндерә.

3
Дәрестең технологик картаһы шаблоны
+

Уҡытыусыларҙың исем-шәрифтәре: .......................................................................................

Предмет: ..............................................................................................................

Класс: .................................................................................................................

Дәрестең тибы: .......................................................................................................

Дәрестең маҡсаты: ...................................................................................................

Көтөлгән һөҙөмтәләр:

Предмет һөҙөмтәләре: ...............................................................................................

Шәхсән һөҙөмтәләр: ................................................................................................

Метапредмет һөҙөмтәләре: ........................................................................................

Эш формалары: индивидуаль, парлап, төркөмләп, фронталь

Дәрестең дидактик структураһы Уҡытыусы эшмәкәрлегенең йөкмәткеһе Планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе тәьмин иткән эш төрҙәре Уҡыусылар эшмәкәрлегенең йөкмәткеһе Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге Ҡушымталар
Ойоштороу мәле, яҡшы эш кәйефе тыуҙырыу
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Уҡыусыларҙың иғтибарын туплай, ыңғай кәйеф тыуҙыра, дәрескә әҙерлектәрен тикшерә, уҡыу эшмәкәрлегенә эске әҙерлек булдыра, баһалау биттәре менән эште аңлата һ.б.. Дежур уҡыусының рапорты, дәрескә килмәгән уҡыусыларҙы асыҡлау, шиғри юлдар һ.б. аша матур кәйеф тыуҙырыу Эшкә көйләнәләр, эш урындарын тәртипкә килтерәләр, баһалау биттәрендә дәрескә әҙерлектәрен баһалайҙар, уҡытыусыны сәләмләйҙәр, дежур уҡыусының рапортын тыңлайҙар Эш урынын ойоштора, иғтибарҙы туплай белеү һ.б.
Өй эшен тикшереү
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Өй эшенең дөрөҫлөгөн тикшерә, уҡыусыларҙың белем кимәлен асыҡлай, етешһеҙлектәрҙе билдәләп, төҙәтеү юлдарын табырға ярҙам итә. Тестар, өҫтәмә һорауҙар, төрлө кимәлле үҙ аллы эштәр һ.б. Өй эшенең дөрөҫлөгөн анализлайҙар, сағыштыралар, һығымта яһайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирәләр. Сағыштырыу, моделләштереү, өлөштән бөтөндө төҙөй белеү
Хеҙмәттәшлек итә белеү;
Фекереңде әйтә, дәлилләй белеү;
Белемде актуалләштереү, дәрескә проблема ҡуйыу, темаға, маҡсатҡа сығыу, уҡыу мәсьәләһен асыҡлау
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Уҡыусыларҙың белемдәрен актуалләштерә, проблемалы ситуация тыуҙыра, уҡыусылар менән ҡуйылған проблеманы анализлай, дәрестең темаһын асыҡлауҙы, проблеманы сисеү өсөн уҡыу мәсьәләләрен дөрөҫ билдәләүҙе, маҡсатты ҡуйыуҙы ойоштора. Һорауҙар, тексты тулыландырыу, проблемалы задание, кластер, эвристик һорау, әңгәмә һ.б. Дәрескә кәрәкле материалды иҫтәренә төшөрәләр, проблеманы сисеү юлдарын, тема, маҡсаттарҙың төрлө формулировкаларын тәҡдим итәләр, уларҙы тикшереүҙә ҡатнашалар, проблема буйынса фаразлауҙар әйтәләр, килеп тыуған ауырлыҡтың сәбәптәрен асыҡлайҙар, белгән/белмәгән нәмәләрҙең сиктәрен билдәләйҙәр, үҙҙәренең эш планын төҙөйҙәр, уҡыу мәсьәләһен ҡабул итәләр. Үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирәләр. Уҡыу мәсьәләһен үҙ аллы асыҡлай алыу, маҡсат ҡуя белеү;
Төрлө ысулдар менән сағыштыра белеү
Уҡыу мәсьәләһен сисеү, яңы теманы үҙләштереү өҫтөндә эш
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Төркөмдәрҙә, парҙарҙа уҡыу мәсьәләһен сисеүҙе, яңы белемде асыу, үҙ аллы тикшеренеү эшмәкәрлеген башлау өсөн уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырыу эшен ойоштора, ошо этаптағы эштәрҙе төркөмдә эштәрҙе ғәҙел бүлешеү, баһалауға күрһәтмәләр бирә, уҡыу материалын анализлауҙы, тикшеренеү алымдарын, алгоритмдарын дөрөҫ һайлауҙы күҙәтә, һүҙлек, дәреслек менән файҙаланыу юлдарын аңлата, төркөм эшен ойоштороу өсөн заданиелар тәҡдим итә. Төрлө сағыштырма таблицалар, проблемалы заданиелар, һорауҙар Уҡыу мәсьәләһен сисеү юлдарын эҙләйҙәр, төркөмдәрҙә эҙләнеү эшен ойошторалар, эштәрҙе/ролдәрҙе бүлешеп алалар, гипотезалар тәҡдим итәләр, фекер алышалар, дөйөм ҡағиҙәне формалаштыралар, әҙер материалды презентациялау юлын һайлайҙар, һорауҙарға яуап әҙерләйҙар, кәңәшләшәләр, бәхәсләшәләр, иҫбатлайҙар, таратма материал, текст менән эшләйҙәр, һығымта яһайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирәләр. Мәсьәләне өлөштәргә бүлеп тикшерә белеү;
Иптәштәреңде тыңлай, фекереңде дәлилләй белеү;
Парҙарҙа эшләй белеү.
Моделләштереү, белемде беренсел нығытыу
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Һәр уҡыусының хеҙмәттәшлек итеүенә ирешеү өсөн шарттар булдыра, аңлап эш итеүен күҙәтә, коррекциялай, ярҙам итә. Терәк текст, эшлекле уйын, дискуссия, уҡыу ситуациялары, төрлө кимәлле үҙ аллы эштәр Табылған эш ысулын моделгә, схемаға һалып, дөрөҫлөгөн тикшерәләр, яңы ысулды практикала һынап ҡарайҙар, үтәлгән эште анализлайҙар, бер-береһенең эштәрен тикшерәләр, үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирәләр. Схема төҙөй, табылған эш ысулын практикала ҡуллана белеү
Белемде нығытыу, үҙ аллы эш
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Яңы белемде стандарт булмаған ситуацияларҙа ҡулланыуҙы, эштәрҙе үҙ-ара тикшереүҙе, төрлө кимәлле эштәр, проблеманы сисеүҙең табылған юлын нығытыу эшен ойоштора. "Тема ағасын" төҙөү, башҡа предметтарҙан тема киҫелешендә заданиелар, мәғлүмәт өҫтәүҙе, төрлө билдәләренә ҡарап айырыуҙы талап итеүсе эштәр, буш звенолар менән схемалар, төрлө инструкцияларға, алгоритмдарға таянып эшләүҙе талап итеүсе эштәр. Табылған ҡағиҙәне, алгоритмды файҙаланып, үҙ аллы эшләйҙәр, төрлө заданиелар башҡаралар, үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа бирәләр. Кәрәкле ҡарарҙы ҡабул итә белеү
Дәресте йомғаҡлау
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Уҡыусыларҙың дәрестә үтелгән теманы аңлау кимәлен, дәрес этаптарында уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген асыҡлай, өй эшенә инструктаж бирә. Өс кимәлле өй эше:
- стандарт минимумы;
- юғары ауырлыҡтағы;
- ижади
Дәрестең һәр этабында башҡарылған эштәрҙе иҫтәренә төшөрөп, һығимта яһайҙар, уҡыу мәсьәләһенә кире ҡайтып, сиселеү юлдарын системалаштырып ҡабатлайҙар, кимәленә ҡарап өй эшен һайлайҙар, көндәлеккә яҙалар, өй эшенең заданиеларын асыҡлайҙар.
Рефлексия
Этапҡа бүленгән ваҡыт:
Үҙбаһа, рефлексия буйынса эштәрҙе ойоштора, дәрескә йомғаҡ яһай, баһаларға комментарий бирә, журналға ҡуя, дәрестең маҡсатын һөҙөмтәһе менән сағыштыра. Телеграмма, СМС, тамамланмаған һөйләм һ.б. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү кимәлен асыҡлайҙар, үҙҙәренең ҡаҙаныштарын маршрут битендә теркәйҙәр, төркөмдә үҙҙәренең һәм иптәштәренең эшенә баһа бирәләр, яңы материалды үҙләштереү кимәлен билдәләйҙәр, баһалау биттәренә таянып үҙҙәренең дәрестәге эшенә баһа бирәләр, дәрес аҙағына эмоциональ тороштарын асыҡлайҙар. Үҙбаһа, иптәштәренең баһаһы, уҡытыусы баһаһы
4
Текстар менән эшләү өсөн интеграль уҡыу алгоритмы
+

Интеграль уҡыу алгоритмы ете блоктан тора:

  1. Әҫәрҙең (текстың) исеме
  2. Авторы
  3. Геройҙары
  4. Ваҡиғалар
  5. Яңылыҡ: элек нимәне белмәй инең, яңы ғына нимә белдең?
  6. Идеяһы - иң мөһим фекер
  7. Аңлашылмаған урындары (һүҙҙәр, төшөнсәләр, терминдар)

Ф. Иҫәнғоловтың хикәйәһен интеграль уҡыу алгоритмын файҙаланып уҡып ҡарайыҡ.

Урманда ни өсөн йылы?

Ҡышҡы һыуыҡ көн. Әсләм урамда йөрөнө лә өшөп өйгә инде. Атаһы урманға китергә әҙерләнә ине.

- Улым, әйҙә, урманға икәүләп барайыҡ.

- Һыуыҡ бит, атай, өшөтә.

- Өшөтмәҫ. Урманда йылы була ул.

Әсләм ышанманы. Шулай ҙа атаһы менән урманға китте. Атаһы урманда ҡоро ағастарҙы бысып ауҙара. Әсләм ботаҡтарын ботай. Атаһы ағастарҙы ҡыҫҡа итеп быса. Әсләм уларҙы сана янына ташый.

Эшләй торғас, уға эҫе була башланы. Бүркенең ҡолаҡтарын күтәреп бәйләне. Малай атаһынан:

- Ни эшләп урманда йылы була ул, атай?- тип һораны.

- Утын күп булғанға, - тип яуап бирҙе атаһы.

Яуаптар шундайыраҡ булырға мөмкин:

  1. Урманда ни өсөн йылы?
  2. Фәрит Иҫәнғолов
  3. Атаһы, улы Әсләм
  4. Урманда утын ҡырҡалар
  5. Урманда ҡыш көнө лә утын әҙерләп була икән.
  6. Ботаҡтарын ботай
  7. Эшләгән ваҡытта һыуыҡ булмай икән.

Тәүге дүрт блок бәхәс тыуҙырмай, уның йөкмәткеһе бөтә уҡыусылар өсөн дә бер төрлө. Бишенсе-алтынсы блоктағы яуаптар төрлөсә булыуы мөмкин, сөнки бер балаға яңылыҡ булған нәмә икенсеһе өсөн күптән инде асыш түгел. Етенсе блокта ла фекер төрлөлөгө күҙәтелә, сөнки һәр бала тексты үҙенсә ҡабул итә.

Шулай итеп, интеграль блок алгоритмына таянып уҡыу тексты аңлы ҡабул итеүҙе еңелләштерә, уҡылған материалды хәтерҙә ҡалдырыу өсөн ярҙамсы ролен үтәй. Был алгоритм - бала өсөн текст менән эшләү инструменты. Алгоритмды уҡыу дәрестәрендә даими ҡулланыу уның күнекмәгә әйләниүенә булышлыҡ итә, уҡыуҙың сифатын күтәреүҙә иң эффектлы метод булып тора.

5
Хикәйәләү иншаларын яҙырға өйрәтеү
+

Хикәйәләү тибындағы инша яҙырға өйрәтеү «хикәйә» төшөнсәһен аңлатыуҙан башлана. Хикәйә - яҙыусы әҫәре, әҙәби жанр, ә хикәйәләү тигәндә беҙ ниндәйҙер эш-ваҡиға тураһында һөйләү-яҙыуҙы күҙ уңында тотабыҙ.

Хикәйәләү тибындағы иншаларҙа кеше тормошондағы бер йәки ике генә ваҡиға алынып, уның нимә менән башланып, нисек тамамланғаны һүрәтләнә. Бындай иншалар төрлө сығанаҡтарға нигеҙләнә:

  1. Үҙең күргән, ҡатнашҡан хәл - ваҡиғаларҙы хикәйәләү;
  2. Тормош тәжрибәһе нигеҙендә уйлап яҙылған хикәйә;
  3. Әҙер сюжетҡа хикәйә төҙөү;
  4. Йөкмәткеле һүрәттәр һәм картиналар буйынса яҙыу;
  5. Кешенән ишеткәндәрҙе хикәйәләү;
  6. Мәҡәлдәр буйынса хикәйә.

Хикәйәләүҙең композицияһы:

  1. Эҙмә-эҙлекле йәки тура: төйөнләнеш, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш;
  2. Кире (сиселештән башлана);
  3. Ҡулса (башында һәм аҙағында бер үк һөйләм ҡабатлана).

Төйөнләнеү - художестволы әҫәрҙәге төп ваҡиғаның, төп сюжет һыҙығының башланып китеүенә сәбәпсе булған хәл йәки күренеш.

Ваҡиғалар үҫеше - сюжеттың төйөнләнеүҙән алып хәл ителеүгә тиклемге арауыҡтағы төп өлөшө.

Кульминация - геройҙарҙың яҙмышын хәл итеүҙә иң ҡырҡыу ваҡиға.

Сиселеш - кульминацияла бирелгән ваҡиғаның ниндәй һөҙөмтәләр биреүен, геройҙар тормошона ниндәй үҙгәрештәр алып килеүен һүрәтләгән хәл - күренештәр.

Артабан уҡыусыларҙы хикәйәләү тексы төҙөүҙең схемаһы менән таныштырырға кәрәк:

  1. Эш - хәлдең, ваҡиғаның урыны һәм ваҡыты.
  2. Ваҡиғала ҡатнашыусы тураһында хәбәр итеү.
  3. Ваҡиғалар, уларҙың үҫеше, үҙенсәлектәре, эҙмә - эҙлелеге.
  4. Ваҡиғаның тамамланыуын күрһәтеү.
  5. Һығымта.

Ярҙамлыҡ:

  1. Иншаның темаһын яҡшы итеп уйлағыҙ. Темаға ингән һәр бер һүҙ ҙур мәғәнәгә эйә. Иншала нимә тураһында яҙасаҡһығыҙ, уйлап алығыҙ, микротемаларҙы билдәләгеҙ.
  2. Инша ниндәй дөйөм һорауға яуап бирә? (Нимә булған?)
  3. Хикәйәнең төҙөлөшөн онотмағыҙ: төйөнләнеш, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеш. Кәрәк булһа, план төҙөгөҙ.
  4. Иншаның стилен һайлағыҙ, төп фекерен (идеяһын) асыҡлағыҙ.
  5. Ваҡиғаларҙың барған урыны күрһәтелгәнме? Ваҡиғаларҙың ваҡыты тураһында әйтелгәнме?
  6. Геройҙарыңды һүрәтләүҙә ҡылымдар ярҙам итәме?
  7. Геройҙың тура телмәрен тексҡа индереү хикәйәңде йәнләндерер.
  8. Иншаның тәүге вариантын яҙығыҙ. Унда тема һәм идея асылғанмы?
  9. Йөкмәткеһе темаһына тап киләме? Хикәйәләүҙә эҙмә-эҙлелек һаҡланғанмы?
  10. Иншаның теленә иғтибар итегеҙ. Һеҙҙең фекерегеҙ уңышлы сағылғанмы? Төҙәтеүҙәр индерегеҙ.
  11. Хикәйәңдең исеме йөкмәткеһенә тура киләме? Исеме иғтибарҙы йәлеп итеп торһон.

Йомғаҡлап әйткәндә, хикәйәләү иншаларын яҙҙырыу - уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә, һүҙ байлығын арттырыуҙа, әҙәби әҫәрҙәргә, яҙыусының оҫталығына ҡыҙыҡһыныуын уятыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған эш төрө. Шуға күрә уҡыусыларҙың телмәр компетентлығын булдырыуҙа уҡытыусының роле баһалап бөткөһөҙ.

6
Фекерләү иншаларын яҙырға өйрәтеү
+

Фекерләү - билдәле бер тема буйынса фекер йөрөтөүҙе, үҙ фекеренде дәлилләүҙе, иҫбатлауҙы, һығымталар яһай белеүҙе талап иткән телмәр төрө.

Фекерләү иншаһының композицияһын аңлатыуҙа түбәндәге схеманы ҡулланырға була:

тезис → иҫбатлау → һығымта

Тезис - ҡыҫҡа, аныҡ, проблемаға иғтибарҙы йәлеп итеүсе һәм иҫбатлауҙы талап иткән фекер.

Тезис бер һөйләмдән дә, бер нисә һөйләмдән дә торорға мөмкин. Күренекле кешеләрҙең цитатаһы ла, мәҡәл дә тезис була ала. Ул күп осраҡта текстың башында тора, ләкин тезис текстың уртаһында ла, аҙағында ла осрауы мөмкин.

Иҫбатлау - эҙмә-эҙлекле, тулы, эмоциональ була һәм дәлилдәргә, факттарға нигеҙләнә.

Һығымта - тезиста күрһәтелгән проблеманың сиселеше, асыҡ, теүәл яуап.

Фекерләү текстарында ваҡиғалар араһындағы сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре асыҡлана. Шуға күрә дөйөм текстың йөкмәткеһе ни өсөн? тигән һорауға яуап була.

Фекерләү иншалары уҡыусыларҙы уйларға өйрәтә, уларҙың характеры, донъяға ҡарашы формалашыуға ла йоғонто яһай. Әхлаҡ темаларына ҡағылышлы проблемалар күтәреү тәрбиәүи яҡтан да бик әһәмиәтле булып тора.

Тезистан иҫбатлауҙарға күскәндә һорау алмаштары, теркәүестәр, бәйләүестәр, модаль һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр күп ҡулланыла. Шулай уҡ иҫбатлау барышында һорау һөйләмдәрҙе лә файҙаланырға мөмкин. Ни өсөн мин шулай уйлайым? Моғайын..., үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ..., бәлки... һ.б. Миҫалдар килтереү алдынан ошо һүҙҙәрҙе ҡулланырға мөмкин: миҫалдарға мөрәжәғәт итәйек, сағыу миҫалдарҙың береһе, миҫалға түбәндәгеләрҙе килтерергә мөмкин һ.б.

Иҫбатлауҙар үҙ-ара инеш һүҙҙәр, һығымта теркәүестәре менән бәйләнеп килә: бына шуның өсөн, шул сәбәпле, беренсенән, ниһайәт һ.б.

Фекерләү иншаһы яҙыуға ярҙамлыҡ

  1. Инша ниндәй һорауға яуап бирә?
  2. Иншаның темаһы ниндәй?
  3. Иң башта тезис - фекер (проблеманы) билдәләп, шуны тикшерәһеңме йәки һорау биреп, шул һорауға яуап эҙләйһеңме?
  4. Фекерләүҙең композицияһын төҙө: тезис - иҫбатлау - һығымта, уның төп өлөштәрен билдәлә.
  5. Иҫбатлауҙарың бармы? Һәр иҫбатлауҙың алдына шуға күрә, шуның өсөн, шул сәбәпле һ.б. һүҙҙәрҙе ҡушып сыҡ.
  6. Һығымтаң яһалғанмы? Һығымтала бына шул сәбәпле, шуның арҡаһында һ.б. һүҙҙәр бармы?
  7. Сәбәп - һөҙөмтә бәйләнеше булдырылғанмы? (ниңә - шуның өсөн)
  8. Иҫбатлауҙа мәҡәлдәр, әйтемдәр, авторитетлы кешеләрҙең һүҙҙәрен ҡулландыңмы?
7
Һүрәтләү иншаларын яҙырға өйрәтеү
+

Һүрәтләү - ниндәйҙер бер тәбиғәт күренешен, кешене, йәнлекте, ҡошто, йәнһеҙ предметты, урынды, ваҡиғаларҙы тасуирлап яҙыу йәки һөйләү.

Матур итеп һүрәтләп биреү өсөн уҡыусыны тирә-йүнде күҙәтә белергә, предметтарҙың билдәләрен айырырға, күҙгә ташланып торған тышҡы билдәләр менән бер рәттән, башҡа билдәләрен дә табырға өйрәтеү мөһим.

Һүрәтләргә өйрәтеүҙе иң элек еңелдән - ауырға, ябайҙан - ҡатмарлыға принциптарына таянып башлау отошло. Әйтәйек, ниндәйҙер ағасты, урманды һүрәтләргә өйрәтеү алдынан иң элек япраҡты һүрәтләү кәрәк. Рәссам да бит картинаны төшөрә башлағансы этюдтар төшөрөп өйрәнә.

Т.А. Ладыженская үҙенең хеҙмәтендә яҙма телмәрҙә һүрәтләүҙең ике төрөн айырып ҡарай:

  1. Художестволы тасуирлау - нигеҙендә образлылыҡ ята
  2. Фәнни тасуирлау - аныҡ терминдар менән фекер йөрөтөүгә нигеҙләнә, автор унда факттарҙы теркәүсе, аңлатыусы, баһалаусы булып сығыш яһай.

Фәнни һүрәтләү тормошта беҙгә йыш осрай. Уны түбәндәге схема буйынса төҙөргә мөмкин:

  • Был ниндәй предмет?
  • Ул ни өсөн кәрәк?
  • Ниндәй материалдан эшләнгән?
  • Ниндәй өлөштәрҙән тора?
  • Предметтың формаһы, ҙурлығы, төҫө һ.б.

Уҡыусыларҙы һүрәтләргә өйрәтеүҙә төрлө алымдар ҡулланырға мөмкин:

  • Өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәрҙә тасуирлау булған урындарҙы уҡыу һәм тикшереү;
  • Кешеләрҙең тышҡы ҡиәфәтен, тәбиғәт күренешен тасуирлаған текст буйынса изложение яҙыу;
  • Рәссамдарҙың пейзажды, портретты һүрәтләгән картиналарын файҙаланыу;
  • Портрет характеристикаһы төҙөү өсөн һүҙлектән һүҙҙәр йыйыу;
  • Телдән һүрәтләүҙәр төҙөү өсөн терәк һүҙҙәр, һөйләмдәр тәҡдим итеү;
  • Тексты үҙгәртеүгә, мөхәррирләүгә, оҡшаш текстар төҙөтөүгә бәйле эштәр башҡарыу.

Уҡыусыларҙың яҙма телмәрен үҫтереүгә арналған бик күп хеҙмәттәр авторы, күренекле методист Т.А. Ладыженская һүрәтләүҙе бер нисә төргә бүлеп тикшерә:

  • Айырым предметтарҙы һүрәтләү;
  • Йәнлектәрҙе һүрәтләү;
  • Өй эсен һүрәтләү;
  • Тәбиғәтте һүрәтләү;
  • Кешенең тышҡы ҡиәфәтен һүрәтләү;
  • Хәрәкәтте һүрәтләү;
  • Йәшәгән ерҙе һүрәтләү;
  • Хыялды һүрәтләү.

Айырым предметтарҙы һүрәтләүгә күсер алдынан, иң элек уның структураһына асыҡлыҡ индереп китәйек:

  • Инеш
  • Төп өлөш
    • 1-се микротема
    • 2-се микротема
    • 3-сө микротема
  • Һығымта

Тәбиғәтте һүрәтләү иншалары

Был төр иншалар күберәк балаларҙың айырым нәмәне, тәбиғәтте, уның күренештәрен күҙәтеүҙәре, тормош тәжрибәһенә бәйле барлыҡҡа килгән кисерештәре буйынса яҙыла.

Тәбиғәтте күҙәтеү - күренештең иң кәрәкле, иң әһәмиәтле билдәләрен, һыҙаттарын, характерлы яҡтарын билдәләү һәм ҡабул итеү тигән һүҙ. Уның материалы теманы, ундағы төп уй-фекерҙе асыҡ итеп бирергә тейеш, шул ваҡытта ғына ул маҡсатҡа ярашлы була.

Уҡыусыларҙың күҙәтеү һәләтен, материал йыйыу оҫталығын үҫтереүҙә экскурсиялар ҙур әһәмиәткә эйә. Бында балалар предмет һәм күренештәрҙе тәбиғи шарттарҙа өйрәнә. Уйлап ойошторолған күҙәтеү балаларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәренә лә ныҡлы тәьҫир итә, байыта.

Тәбиғәт темаһына инша яҙғанда матур әҙәбиәт тә киң ҡулланыла. Уларҙа тасуирлауҙың тулы булыуы, төрлө мәлдәрҙең билдәле бер тәртиптә килеүе мотлаҡ.

Тәбиғәтте һүрәтләү иншаһы яҙғанда темаларҙы ла уйлап ҡына һайларға кәрәк, үтә киң йөкмәткеле булырҙай темаларҙы һайлау кәңәш ителмәй. Мәҫәлән, «Көҙ» тигән тема түгел, ә «Көҙгө уңыш», «Көҙгө көн», «Көҙгө урманда» һ.б. темаларға инша яҙыу отошлораҡ.

Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләүҙә миниатюр иншалар, һүрәтләмәләр, этюдтар ярҙам итә.

Миниатюр инша

Миниатюр иншаның (мини-инша) төп күрһәткесе булып күләменең бәләкәй булыуы һәм йөкмәткеһенең үҙенсәлеге тора: ғәҙәттә ул ниндәйҙер ваҡиға айҡанлы йәки нимәгәлер үҙ ҡарашыңды белдереү. Бындай иншалар дәрестең ун-ун биш минут ваҡытын ала. Мини-иншаның маҡсаты булып ниндәйҙер һүрәтләү сараһын, стилистик алымды файҙаланырға өйрәтеү, шулай уҡ һүҙлекте әүҙемләштереү, кешеләр тормошон һүрәтләргә өйрәтеү тора. Был төр иншалар йыш үткәрелә һәм ҙур иншаға әҙерлек булып тора. Яҙылып бөтөү менән класта уҡ тикшерелә, хаталар анализлана.

Ижади эштең һөҙөмтәһе булып һүрәтләмә, этюд, әҙәби миниатюра торорға мөмкин.

Һүрәтләмә - телмәр күнекмәһе булдырыу маҡсаты менән яҙылған бәләкәй текст. Төп иғтибар предметты төрлө яҡлап һүрәтләүгә йүнәлтелә. Мәҫәлән, «Ямғыр» - текст төҙөү өсөн тема, ямғырҙың төрлө үҙенсәлектәрен асыҡлауға йүнәлтелә.

Этюд - күләме буйынса ҙур булмаған инша, уның тексы артабан яҙыласаҡ иншаның бер өлөшө булып тора ала. Этюдта хәрәкәттәр юҡ тиерлек, ҡылымдар ҙа аҙ ҡулланыла, күберәк исемдәр, сифаттар, алмаштар ярҙамында һүрәтләү күҙ уңында тотола. Бында синонимдарҙы иркен ҡуллана белеү талап ителә.

Миниатюра - йәнле характерҙы бер бөтөн итеп күрһәтә алыусы бәләкәй инша, уҡыусының үҙ аллы текст төҙөүен талап итә, уның үҙ күҙәтеүҙәренә нигеҙләнгән тамамланған һүрәтләүе.

Һүрәтләү иншаһы яҙыуға ярҙамлыҡ:

  1. Иншаның темаһы ниндәй?
  2. Ниндәй һөйләмдәр тексыңдың төп фекерен сағылдыра?
  3. Тексыңдың композицияһын төҙө.
  4. Һүрәтләүҙе нисек тамамлайһың? Йомғаҡлауҙа төп темаға әйләнеп ҡайтаһыңмы? Тексыңда ҡылымдар тик бер заманда ғына булһын, тикшереп ҡара.
  5. Тексыңды сифаттар, метафоралар, сағыштырыуҙар менән байыт, улар тексыңды йәнләндереп ебәрер.
  6. Микротемаларҙы абзацтар аша күрһәтергә онотма.
  7. Һүрәтләүеңдә ҡыҙыҡлы, сағыу, образлы һүҙҙәр ҡуллан.

Инша яҙыуҙы бер дәрес сиктәрендә генә үткәреп буламы? Өйгә эш итеп инша яҙырға ҡушыу дөрөҫмө? Былар уҡытыусыны йыш борсоған һорауҙар.

Уҡыусыларҙан әҙерлекһеҙ, алдан иҫкәртеүһеҙ, бер дәрес сиктәрендә генә инша яҙҙырыу - методика күҙлегенән һис тә дөрөҫ түгел. Бәлки был фекер менән килешмәүселәр ҙә табылыр. Шулай ҙа әҙерлек өсөн мотлаҡ ваҡыт бирергә кәрәк балаға. Ул эҙләнә, уҡый, иҫенә төшөрә, иптәштәре, ата-әсәһе менән һөйләшеп ала, ҡыҫҡаһы, фекер туплай. Әҙерлек эше дөрөҫ ойошторолғанда уның һөҙөмтәһе лә юғары була.

Өйрәтеү иншаларына яҡынса ике-өс сәғәт ваҡыт бүлергә мөмкин. Беренсе сәғәттә уҡытыусы иншаның темаһы менән таныштыра, инша өҫтөндә эшләү юлдарын аңлата. Өй эше итеп иншаның тәүге ҡаралама вариантын яҙып килергә ҡушыла. Икенсе дәрестә бер-ике инша анализлана, уның төҙөлөшө, теле өҫтөндә эш алып барыла. Өйҙә уҡыусылар ҡараламаның икенсе вариантын яҙып килә. Ул уҡытыусыға тикшереү өсөн тапшырыла. Уҡытыусыны иншаны тикшереү барышында үҙенең иҫкәрмәләрен яҙа, хаталы урындарын һыҙып күрһәтә, иншаны камиллаштырыу өсөн тәҡдимдәрен индерә. Уҡыусы иншалағы иҫкәрмәләр өҫтөндә эшләй, аҡҡа күсереп яҙа кире уҡытыусыға тапшыра. Хәҙер инша баһалана, хаталар өҫтөндә эш үткәрелә.

Уҡыусы үҙенең иншаһын ҡат-ҡат уҡып, төҙәтеп, мөхәррирләп өйрәнергә тейеш. Ә был еңел эш түгел. Уҡытыусы эште дөрөҫ ойоштороп, өйрәтеүҙе этаплап алып барғанда ғына уҡыусылар ысын мәғәнәһендә ижадсыға әйләнә ала.

Предметтарҙы тасуирлау өҫтөндә эшләгәндән һуң уҡыусылар менән йәнлектәрҙе, бүлмәне, тәбиғәтте, кешенең тышҡы ҡиәфәтен тасуирлауға күсергә мөмкин.

Йәнлектәрҙе һүрәтләү иншаларын яҡшы итеп яҙыу өсөн уҡыусыларға уның маҡсатын дөрөҫ итеп еткерергә кәрәк: йәнлектең тышҡы ҡиәфәтен генә тасуирларғамы, әллә тотош ҡылыҡһырлама бирергәме? Балалар йәнлектәрҙе бик ярата, күбеһенең өйҙә бесәйе, эте һ.б. йәнлектәре бар. Шуға ла бындай эште ҡушыу менән уҡыусыларҙың күҙҙәре янып китә.

Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: һүҙ байлығын үҫтереү өсөн алдан әҙерлек эштәре үткәрелгәндә генә эш ыңғай һөҙөмтәләр бирәсәк.

Һүрәтләүҙә эҙмә-эҙлелек юғалмаһын өсөн уны түбәндәге схемаға таянып яҙырға мөмкин:

  • Һүрәтләнгән предмет тураһында дөйөм төшөнсә;
  • Өлөштәрен, деталдәрен тасуирлау;
  • Һүрәтләнеүсегә мөнәсәбәт.

Йәнлекте һүрәтләү өлгөһө

  1. Минең этемдең (бесәйемдең, ташбаҡамдың һ.б.) исеме...
  2. Минең этемдең тышҡы күренеше: ҙурлығы, йөнө, күҙҙәре, ҡойроғо, тауышы...
  3. Минең этемдең холҡо, яратҡан ғәҙәттәре, яратҡан ашы һ.б.
  4. Йомғаҡлау. Мин үҙемдең этемде бик яратам. Миңә ... оҡшай. Мин ... һағынып ҡайтам.

Йәнлектәрҙе һүрәтләргә өйрәтеүҙә яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр, шиғырҙар ҙа ярҙамсы була ала.

Был төр иншалар яҙҙырыу уҡыусыларҙы күҙәтеүсән, иғтибарлы булырға өйрәтеү менән бер рәттән һүҙ байлығын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай, телгә ҡыҙыҡһыныу уята.

Һүрәтләү иншаһына өйрәтеүҙә эш алымдарын түбәндәгесә күрһәтергә мөмкин (алгоритм):

а) һүрәтләүҙең предметын, темаһын, маҡсатын асыҡлау;
б) предмет, картина, күренеште өйрәнеү, күҙәтеү, төп билдәләрен асыҡлау;
в) предметтың, күренештең үҙенә генә хас булған билдәләрен асыҡлау, баһа биреү;
г) шул темаға яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, йомаҡтар, мәҡәлдәр әйтеү;
ғ) һүрәтләүҙә ҡулланылырға мөмкин булған һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе һайлау, улар өҫтөндә эш;
д) һүрәтләү тексын төҙөү.

Һүрәтләү тексын баһалағанда, телмәрҙең йөкмәткеһе темаға тап килеүе, дөйөм һәм конкрет билдәләрҙен, дөрөҫ бирелеүе, телмәрҙең орфографик һәм орфоэпик дөрөҫлөгө, һүрәтләүҙең аныҡлығы, тел сараларының маҡсатҡа ярашлы ҡулланылыуы төп урынды ала.

8
Дәрестең рефлексия этабын ойоштороу (башланғыс класс уҡытыусыларына)
+

Нимә ул рефлексия?

Рефлексия - үҙ-үҙеңде анализлау, эшеңде баһалау. Дәрестең был этабында уҡыусылар үҙҙәренең хәлен, хис-тойғоларын, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен баһалай.

Рефлексия ни өсөн кәрәк?

Әгәр уҡыусы был теманы ни өсөн өйрәнгәнен, уның киләсәктә нисек кәрәк буласағын; тап ошо дәрестә ниндәй маҡсаттарға ирешергә тейешлеген; дөйөм эшкә үҙенең ниндәй өлөш индерә алыуын; үҙенең һәм класташтарының хеҙмәтен дөрөҫ баһалай алыу/алмауын аңлай икән, шул саҡта уҡытыу процесы уҡыусыға ла, уҡытыусыға ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм еңелерәк була бара.

Ҡасан үткәрергә?

Рефлексияны дәрестең теләһә ҡайһы этабында, шулай уҡ теманы, материалдың тотош бер бүлеген өйрәнеү йомғаҡтары буйынса үткәрергә мөмкин.

Төрҙәре

Дәрес этабы булараҡ рефлексияның бер нисә төрө бар. Шуларҙы белгән осраҡта уҡытыусыға дәрес барышында рефлексияның төрлө формаларын ҡулланыу уңайлыраҡ.

1. Йөкмәткеһе буйынса: символик, телдән һәм яҙма

  • Символик - уҡыусы баһаларҙы символдар (карточкалар, сәскәләр, япраҡтар һ.б.) ярҙамында ғына ҡуя.
  • Телдән һөйләү баланың үҙ фекерен әйтә һәм хис-тойғоларын тасуирлай белеүен күҙ уңында тота.
  • Яҙыу - иң ҡатмарлыһы һәм ул күберәк ваҡытты ала. Һуңғыһы уҡыу материалының тотош бүлеген йәки ҙур теманы өйрәнеүҙең һуңғы этабында урынлы.

2. Эшмәкәрлек формаһы буйынса: коллектив, төркөмлө, фронталь, индивидуаль

Балаларҙы ошо эш төрөнә өйрәтеү нәҡ шундай тәртиптә уңайлыраҡ. Уҡыусыларҙан һорау алыуҙы тәүҙә класс менән, һуңынан айырым төркөмдәрҙә үткәреү уңышлы. Был уҡыусыларҙы үҙаллы эшләргә өйрәтә.

3. Маҡсаты буйынса: эмоциональ рефлексия

Ул уҡыу материалының эмоциональ ҡабул ителеүен баһалай. Был рефлексия "оҡшаны / оҡшаманы", "ҡыҙыҡ / күңелһеҙ", "мауыҡтырғыс" / "күңелһеҙ булды" категорияһынан. Рефлексияның был төрө уҡытыусыға кластың дөйөм кәйефен баһаларға ярҙам итә. Ыңғай үҙгәрештәр ни тиклем күберәк булһа, тема ла шул тиклем яҡшыраҡ аңлашыла. Һәм киреһенсә, шартлы "нөктәләр" күберәк булһа, тимәк, дәрес күңелһеҙ тойолған, ауыр булған, теманы ҡабул итеү менән ауырлыҡтар килеп тыуған.

Был рефлексияны нисек һәм ҡасан үткәрергә? Кәйеф һәм хис-тойғо рефлексияһын беренсе класс уҡыусылары менән үткәреү еңел. Варианттары: смайликтар йәки тамға һүрәттәре булған таратыу карточкалары, ҙур бармаҡты (өҫкә/аҫҡа) күрһәтеү, ҡулдарҙы күтәреү, сигнал карточкалары һәм башҡалар. Дәрестең сираттағы этабы тамамланғас: яңы теманы аңлатҡандан һуң, теманы ҡабатлау этабынан һуң үткәреү уңайлыраҡ. Дәрес башында эмоциональ рефлексияны класс менән бәйләнеш урынлаштырыу маҡсатында үткәрергә мөмкин.

Эшмәкәрлек рефлексияһы

Рефлексияның был төрөн өйгә эште тикшергәндә, материалды нығытыу этабында, проекттарҙы яҡлағанда файҙаланыу уңайлыраҡ. Ул уҡыусыларға эштең төрҙәрен һәм алымдарын өйрәнергә, әүҙемлеген анализларға һәм, әлбиттә, етешһеҙлектәрҙе асыҡларға ярҙам итә.

Эште ойоштороу өлгөһө:

  • Уңыш баҫҡысы. Һәр баҫҡыс - эш төрҙәренең береһе. Эштәр ни тиклем күберәк үтәлһә, һүрәттәге кеше баҫҡыстан шул тиклем юғарыраҡ күтәрелә.
  • Уңыш ағасы. Һәр бер япраҡтың төҫө билдәле: йәшел - барыһын да дөрөҫ эшләгән, һары - ауырлыҡтар, ҡыҙыл - хаталар күп булған. Һәр уҡыусы ағасты тейешле япраҡтар менән биҙәй. Шул рәүешле шыршыны уйынсыҡтар менән, аҡланды сәскәләр менән биҙәргә мөмкин.
  • Вагонсыҡтар. Һәр вагон билдәле бер эш төрөнә тап килә. Мәҫәлән, һеҙ өс мини-уйындан һәм бер ижади эштән торған нығытыу этабын үткәрергә планлаштыраһығыҙ. Һеҙҙә - 4 вагон. Уҡыусыларығыҙға ҡайһы вагонсыҡтың эше эшләнгән, шунда кешене, хайуанды ултыртырға тәҡдим итегеҙ.

Материалдың йөкмәткеһенә рефлексия

Рефлексияның был төрөн дәрес аҙағында йәки йомғаҡлау этабында үткәреү уңайлыраҡ. Ул балаларға үтелгән материалдың йөкмәткеһен аңларға, дәрестә үҙ эшенең һөҙөмтәлелеген баһаларға мөмкинлек бирә.

Нисек уҙғарырға:

Балаларға өҫтәргә кәрәкле "тегтар" болотон тәҡдим итегеҙ. Мәҫәлән, интерактив таҡтала слайд сығарырға мөмкин, унда варианттар күрһәтелгән:

  • Бөгөн ...........белеп ҡалдым.
  • Миңә ауыр булды...
  • Мин ........ аңланым
  • Мин ........ өйрәндем.
  • Миңә ҡыҙыҡ булды...
  • Мине ғәжәпләндерҙе...

Һәр уҡыусы 1-2-шәр һөйләм һайлап, уларҙы тамамлай. Бындай рефлексияны телдән һөйләп, ә яҙма рәүештә (ҡағыҙҙа йәки дәфтәрҙә) уҙғарырға мөмкин.

Был рефлексия этабы башланғыс класс уҡыусылары менән эшләгәндә отошло, юғары класс уҡыусылары менән эшләнгән эшкә рефлексия башҡа төрлө алымдар менән ойошторола.

Бер нисә тәҡдим

Инсерт, синквейн, кластер, диаманта кеүек алымдар аңлатма биреүгә мохтаж түгел һәм улар бик һөҙөмтәле. Шулай ҙа бер "әммә" менән! Әгәр уҡытыусы уларҙы даими ҡулланһа, балалар бындай эшкә күнегеп китә. Бындай алым бик һирәк ҡулланыла икән, синквейнды төҙөү теманы ыңғай һәм эффектлы тамамлау урынына йән көйҙөргөс эшкә әүереләсәк. Рефлексияның төрөн шулай уҡ балаларҙың йәшенә ҡарап һайлау кәрәк. Әлбиттә, 10-сы класс уҡыусыларын ҡуяндар һәм сәскәләр менән алдаштырып булмай. Уларға алдан уйланылған, дәрес алдынан килешелгән баһалау биттәре, һораулыҡ, блиц-һорау алыу һ.б. төрҙәрен ҡулланырға мөмкин. Ләкин башланғыс кластарҙа ла сағыу һүрәттәр менән артыҡ мауығырға ярамай. Уҡыусыларға һүрәттәрҙең мәғәнәһен аңлатырға кәрәкмәһен өсөн бер вариант һайлағыҙ.

Ҡаралған дәрестәрҙең береһендә уҡыусының ошондай иҫкәрмәһе ишетелде: "Бер уҡытыусының ҡыҙыл ҡағыҙы - "бөтәһен дә аңланым", икенсеһенеке - "бер нәмәне лә аңламаным", өсөнсө уҡытыусының баһалау биттәре урынына ниндәйҙер йондоҙсоҡтар. Беҙ быларҙың барыһын да нисек иҫтә ҡалдырырға тейеш икән?" Был инде уҡытыусыға уйланыу өсөн бирелгән һорау. Бер методик берекмә эсендә булһа ла баһалауҙың берҙәм символдарының мәғәнәһе тураһында һөйләшеп килешергә мөмкин. Рефлексия этабы ла алдан әҙерлекте талап итеүен иҫтә тоторға кәрәк. Баһалауҙы Федераль белем биреү стандарттары талап иткәнсә, һөҙөмтәне баһалауға йүнәлтелгән эш формалары, алымдар менән баһалайбыҙ.

9
Дәрес маҡсаттарын билдәләү юлдары
+

Бына яңы уҡыу йылы ла килеп етте. Башҡа күп мәшәҡәттәр менән бергә, мәктәп уҡытыусылары алдына уҡыу йылына төрлө перспектив-тематик пландар төҙөү, эш программалары булдырыу кеүек эштәр ҙә килеп баҫа. Унан тыш педагогҡа һәр көн дәрескә план да төҙөргә кәрәк. Бөгөнгө мәҡәләлә беҙ ошо маҡсаттарҙы билдәләү юлдарына ентекле туҡталып китәсәкбеҙ. Әйтергә кәрәк, маҡсатты дөрөҫ билдәләүҙә йыш ҡына тәжрибәле уҡытыусылар ҙа уйланып ҡала, ә йәш уҡытыусыларға пландың был өлөшө шулай уҡ еңел түгел.

План төҙөүҙә маҡсатты дөрөҫ билдәләй белеү ҙур әһәмиәткә эйә. Дөрөҫ билдәләнгән маҡсат дәрестең йөкмәткеһен төҙөүҙә, уҡытыу алымдарын, методтарын һайлауҙа, һөҙөмтәләргә ирешеүҙә ҙур ярҙамсы булып тора. Маҡсатты билдәләүҙәге төп талаптарға уның аныҡ, аңлайышлы, бер дәрес сигендә үтәлерлек, тормошҡа ашырылыуы тикшерерлек булыуы инә. Мәҫәлән, дәрестең маҡсаты "Исем һүҙ төркөмөн өйрәнеү" йәки "Тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү" тип билдәләнгән икән, тимәк, маҡсат конкрет түгел, бер дәрес өсөн ҙур һәм уның үтәлешен тикшереп булмай. Әгәр ҙә маҡсат "Исем" һүҙ төркөмөнөң билдәләре менән танышыу, үҙенсәлектәрен асыҡлау" тип билдәләнһә, ул асыҡ, конкрет, үтәп һәм тикшереп булырлыҡ маҡсат.

Дәрестең маҡсаты - ул көтөлгән һөҙөмтә, был һөҙөмтәгә уҡыу мәсьәләләрен сисеү барышында ирешелә, ә уларҙы сисеү алдан уйланылған эштәргә таянып башҡарыла.

Таблица 1. Маҡсатҡа эшмәкәрлек аша ирешеү юлы
Маҡсат = Көтөлгән һөҙөмтә
Һөҙөмтә = Маҡсат
Уҡыу мәсьәләләре = Күнегеүҙәр, биремдәр
Ҡылым-хәрәкәт = Эшмәкәрлек

Был схеманың нигеҙендә Б.Блум тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу маҡсаттарының классификацияһы ята. Белем биреүсе маҡсаттарҙың таксономияһын икенсе төрлө педагогик маҡсаттарҙың системаһы тип тә атарға мөмкин, сөнки улар эҙмә-эҙлекле кимәлдәргә бүленгән категорияларҙан тора. Уҡытыуҙа Блумдың классификацияһын ҡулланыу сифатлы һөҙөмтәләргә ирешергә ярҙам итә. Ҡулланырға уңайлы булһын өсөн беҙ уға ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама бирәбеҙ.

"Таксономия" төшөнсәһе ғилми әҙәбиәткә швейцар ботанигы О. Декандоль тарафынан тәҡдим ителә. 1956 йылда Америка психологы Бенджамин Блум етәкселегендәге ҙур төркөм ғалимдар фекерләү процесының классификацияһын төҙөй. Был классификацияла фекерләүҙең ябай факттарҙы ҡабатлауҙан алып анализ һәм баһалау процесына тиклем үҫеше күрһәтелә. Блум фекерләү процесын ябайҙан алып ҡатмарлыға тиклем камиллашҡан оҫталыҡ итеп ҡарай һәм алты категорияға бүлеп тикшерә. Танып-белеү өлкәһендәге маҡсаттарҙың категориялары түбәндәгесә бүленә:

  1. таныу - белеү
  2. аңлау
  3. ҡулланыу
  4. анализлау
  5. синтезлау
  6. баһалау

Дәрестең маҡсаттар системаһы "ябайҙан - ҡатмарлыға" принцибына таянып ҡорола. Белеү һәм аңлау процесы фекерләүҙең иң түбән кимәленә ҡарай, анализлау һәм ҡулланыу - урта кимәл, синтезлау һәм баһалау - иң юғары кимәл. Уҡытыусының бурысы - уҡыусыларҙы ошо юғары кимәлгә еткереү. Һәр кимәлгә аныҡлыҡ индереп китәйек.

1. Белеү-таныу кимәле

Иң түбән, башланғыс кимәл, үтелгән материалды конкрет факттарҙан алып теүәл теорияға тиклем хәтерҙә ҡалдырыуҙы һәм ҡабатлай алыуҙы билдәләй. Беренсе кимәлдә уҡыусы мәғлүмәтте ҡабул итә, уның башында эшмәкәрлек объекты тураһында дөйөм күҙаллау барлыҡҡа килә, ҡыҙыҡһыныу уяна. Башланғыс кимәлдәге маҡсаттар ҡабатлау терминдары аша билдәләнә. Мәҫәлән, "Ҡағиҙәне ҡабатла", "Ошо күренешкә хас сифаттарҙы һанап сыҡ" һ.б. Маҡсат ҡуйыуҙа эшмәкәрлек ҡылымдарын файҙаланырға мөмкин: билдәләргә, хәтерҙә ҡалдырырға, һанап сығырға, табырға, һайлап алырға һ.б.

Уҡыусы был кимәлдә:

  • терминдарҙы, төп төшөнсәләрҙе хәтерендә ҡалдыра, кәрәк ваҡытта әйтеп бирә ала;
  • конкрет факттарҙы, ваҡиғаларҙы белә;
  • принциптарҙы һәм ҡағиҙәләрҙе белә, һорағанда әйтә ала.
Беренсе кимәлдең уҡыу маҡсаттары таксономияһы Ҡылымдар Исемдәр
Белеү/
таныу
Конкрет төшөнсәләрҙе белеү Терминологияны белеү Билдәләргә, үҙләштерергә, айыра белергә, иҫкә төшөрөргә, танырға һ.б. Һүҙлектәр, төшөнсәләр, мәғәнәләре, билдәләмәләр, бәйләнештәр
Килеш категорияһын белеү Килештәрҙең исемен, һорауын, ялғауҙарын айыра белеү
Был кимәлдәге маҡсат: уҡыусы килештәрҙең атамаларын хәтерендә ҡалдырырға һәм һорауҙарын, ялғауҙарын айыра белергә өйрәнә.

2. Аңлау кимәле

Икенсе кимәл, ул төп төшөнсәләрҙе формалаштырыу, аңлау, ҡабул итеү менән бәйле фекерләү процесының үҫешен күрһәтә. Был кимәлгә етеүҙең күрһәткесе - уҡыусыларҙың өйрәнелгән материалды үҙ һүҙҙәре менән һөйләп бирә алыуы. Был осраҡта хәтерҙә ҡалдырыу процесы бик мөһим булып тора, сөнки ул уҡыу материалын уҡыусының шәхси тәжрибәһе менән туранан-тура бәйләй. Уҡыусының тәҡдим ителгән мәғлүмәтте дөйөмләштереп үҙ һүҙҙәре менән һөйләп бирә алыуы материалдың үҙләштерелеүен күрһәтә, тимәк, уҡыусылар мәғлүмәтте ишеткән, эшкәрткән һәм хәтерҙәрендә ҡалдырған. Маҡсатты билдәләү өсөн ҡылымдар: аңлатырға, ҡылыҡһырлама бирергә, сағыштырырға, үҙ һүҙҙәрең менән аңлатырға, миҫал килтерерға һ.б.

Уҡыусы был кимәлдә:

  • факттарҙы, ҡағиҙәләрҙе, принциптарҙы аңлай;
  • үҙләштерелгән материалды бер форманан икенсеһенә күсерә, мәғлүмәтте аңлата, фаразлауҙар төҙөй ала;
  • текст аша бирелгән материалды икенсе форматҡа үҙгәртә ала.
Икенсе кимәлдең маҡсаттары таксономияһы Ҡылымдар Исемдәр
Аңлау Үҙгәртеү Күсерергә, үҙгәртергә, үҙ һүҙҙәрең менән әйтергә, әҙерләргә, уҡып сығырға, күҙ алдына килтерергә һ.б. Өлгө, билдәләмәләр, һүҙҙәр, фразалар һ.б.
Һүҙҙәрҙе килештәр менән үҙгәртегеҙ
Был кимәлдәге маҡсат: уҡыусы һүҙ төркөмдәрен килештәр менән үҙгәртергә өйрәнә.

3. Ҡулланыу кимәле

Өсөнсө кимәл, әүҙем эшмәкәрлек этабын тасуирлай һәм үҙләштерелгән методтың дөрөҫ ҡулланылыуын күрһәтә. Уҡыусы үҙләштерелгән принциптарҙы һәм төшөнсәләрҙе таныш һәм яңы ситуацияларҙа ҡулланып ҡарай. Ҡулланыу кимәлендә маҡсаттар алынған белемде таныш һәм яңы ситуацияларҙа ҡулланыу терминдарында бирелә. Маҡсатты билдәләү өсөн ҡылымдар: күрһәтергә, тикшерергә, иҫәпләргә, эксперимент үткәрергә, табырға һ.б.

Уҡыусы был кимәлдә:

  • төшөнсә һәм принциптарҙы яңы ситуацияла ҡуллана белә;
  • теорияны һәм закондарҙы конкрет практик ситуацияларҙа файҙалана ала;
  • методты йәки процедураны эш процесында дөрөҫ ҡулланыуын күрһәтә ала.
Өсөнсө кимәлдең маҡсаттар таксономияһы Ҡылымдар Исемдәр
Ҡулланыу Дөйөмләштерергә, һайлап алырға, бәйләнеш булдырырға, телмәр үҫтереүҙә ҡулланырға һ.б. Принциптар, закондар, методтар, алымдар һ.б.
Был кимәлдәге маҡсат: уҡыусы телмәрҙә һүҙҙәрҙе килешле ҡуллана белергә, йәғни һөйләү һәм яҙма телмәрҙәрендә һүҙҙәрҙе дөрөҫ үҙгәртә һәм урынлы ҡулланырға өйрәнә.

4. Анализлау кимәле

Дүртенсе анализлау кимәле ижади фекерләүҙең элементтары анализ, абстрактлаштырыу, конкретлаштырыу аша формалаша. Был категория материалдың структураһы асыҡ күренерлек итеп уны өлөштәргә тарҡата белеүҙе күрһәтә. Анализлау кимәленең маҡсаттары уҡыусыларҙың өйрәнелгән материалды киҫәктәргә бүлеп, уның эске төҙөлөшөн аңлауын күҙаллай.

Уҡыусы был кимәлдә:

  • бөтөндө өлөштәргә айыра, улар араһындағы бәйләнеште асыҡлай;
  • фекерләү логикаһындағы хаталарҙы һәм етешһеҙлектәрҙе күрә;
  • факт һәм эҙемтә араһындағы сикте айыра белә;
  • күҙгә ташланып бармаған күҙаллауҙарҙы билдәләй белә;
  • факт менән эҙемтә араһындағы айырмалыҡтарҙы таба ала.
Дүртенсе кимәлдең маҡсаттар таксономияһы Ҡылымдар Исемдәр
Анализлау Бәйләнештәр булдырыу Анализларға, сағыштырырға, дәлилләргә һ.б. Мөнәсәбәт, хата, сәбәп, өлөш, аргумент һ.б.
Рус һәм башҡорт телдәрендәге килештәр системаһын сағыштырығыҙ.
Был кимәлдәге маҡсат: уҡыусы килештәр араһындағы оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡтарҙы белә һәм уларҙы дәлилләргә өйрәнә.

5. Синтезлау кимәле

Бишенсе синтезлау кимәленә еткән уҡыусы үҙенең белемен системалаштыра, дөйөмләштерә белә. Алған белемдәрен файҙаланып, проблеманы сисеүҙең яңы ысулын уйлап таба. Был кимәлдең маҡсаттарына ирешеп, уҡыусылар үҙләштергән белемде төрлө осраҡта ҡуллана, ниндәйҙер яңы нәмә тыуҙыра ала.

Уҡыусы был кимәлдә:

  • ижади эштәр башҡара, проекттар тәҡдим итә, төҙөй;
  • эксперимент үткәреүҙең планын тәҡдим итә;
  • теге йәки был проблеманы хәл итеү өсөн төрлө өлкәнән белемен файҙаланып, яңы ысулдар тәҡдим итә.
Бишенсе кимәлдең маҡсаттар таксономияһы Ҡылымдар Исемдәр
Синтезлау Төрлө өлкәнән алған белемде яңы шарттарҙа ҡуллана белә Төркөмләргә, төҙөргә, эшләп ҡарарға, планлаштырырға, дөйөмләштерергә, тикшерергә, тәҡдим итергә, иҫбатларға, яҡшыртырға һ.б. Концепттар, схемалар, теориялар, гипотезалар, асыштар һ.б.
Төркөмдә эшләү ҡағиҙәләрен булдырырға.
Был кимәлдәге маҡсат: уҡыусы төрлө телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе килештә үҙгәртә белә, телмәрендә дөрөҫ ҡуллана.

6. Баһалау кимәле

Иң юғары, алтынсы кимәл. Уҡыусылар өйрәнелгән материал тураһында йөкмәткеле фекер йөрөтә, өйрәнелгән өлкәгә ҡараған яңылыҡтарҙы баһалай ала. Шулай уҡ үҙенең материалды үҙләштереү кимәленә лә баһа ҡуя ала. Уҡыусы үҙенең эшен критерийҙарға таянып баһалай. Критерийҙар уҡытыусы ярҙамында билдәләнә, күмәкләп анализлана, раҫлана. Иң мөһиме - материалдың төҙөлөү логикаһы баһалана, һығымталарҙың дөрөҫлөгө тикшерелә, һәр кем үҙенең фекерен дәлилләргә өйрәнә.

Уҡыусы был кимәлдә:

  • теге йәки был критерийға таянып һығымталарҙың дөрөҫлөгөн баһалай;
  • эске һәм тышҡы критерийҙарҙан сығып эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеген баһалай.
Алтынсы кимәлдең маҡсаттар таксономияһы Ҡылымдар Исемдәр
Баһалау Баһалау критерийҙарын асыҡлау Фекерләргә, сағыштырырға, стандартлаштырырға, баһаларға һ.б. Маҡсаттар, саралар, альтернатива, план, дөйөмләштереү, отчет, презентация
Аныҡ критерийҙарға таянып баһаларға өйрәнә.
Был кимәлдәге маҡсат: уҡыусы алдан раҫланған критерийҙарға ярашлы эште баһалай һәм презентациялай белә.

Маҡсаттар таксономияһы ябай ғына классификация түгел, ә фекерләү процесын иерархия кеүек күрһәтеү. Был иерархияла һәр кимәл уҡыусының эшкә һәләтлеге менән бәйле. Мәҫәлән, уҡыусы алған белемен ҡуллана алһын өсөн (3-сө кимәл) кәрәкле мәғлүмәтте танып-белергә (1-се кимәл) һәм уны аңларға тейеш (2-се кимәл). Маҡсаттарҙың һәр кимәлендә уҡыусыларға бер нисә эш тәҡдим ителә. Әйтәйек, 1-се кимәлгә 5-6 эш, 2-се кимәлдә 1-2 эш, 3-сө кимәлдә 5 эш, 4-5-се кимәл - 1-2 күнегеү, 6-сы кимәл - 1 эш. Беренсе 3 кимәл өсөн (10-13 эш) - баһа "3". Артабанғы кимәлдәрҙәге эштәрҙе дөрөҫ башҡарыу баһаны арттыра һәм уҡыусыға "4"билдәһе ҡуйырға мөмкин, бөтә эштәр ҙә теүәл үтәлһә - баһа - "5".

Таблица 2. Маҡсаттар таксономияһы
6. Баһалау
5. Синтез
4. Анализ
3. Ҡулланыу
2. Аңлау
1. Белеү/таныу

Заданиелар пакеты, образлы итеп әйткәндә, - төҙөләсәк йорттоң проекты. Уҡыусы бер дәрес эсендә ул йортто төҙөп бөтөргә тейеш. 1-4-се кимәлдәге эштәр йорттоң нигеҙен һәм тәүге ҡатын һала. 5-се кимәл - йорттоң икенсе ҡаты. Йорттоң өсөнсө ҡаты 6-сы кимәлдәге эштәрҙе башҡарыу барышында төҙөлә. Һәр уҡыусы дәрес сиктәрендә үҙенең йортон һала: бер ҡатлы буламы ул, өс ҡатлымы - уҡыусының шәхесе менән бәйле. Уҡыу - ул процесс, шуға күрә уҡытыусы уҡыусының эшен баһалағанда фекерләү процесының үҫешен, йәғни юғарыраҡ кимәлгә күтәрелеүен иҫәпкә алырға бурыслы.

Артабан дәрес маҡсаттарын дөрөҫ итеп билдәләү өсөн маҡсаттар конструкторын тәҡдим итәбеҙ. Һәр эшкә маҡсат ҡуйғанда конструктор менән файҙаланыу уҡытыусыға маҡсаттарҙың кимәлен күҙ алдына килтерергә һәм уҡыусының эшен баһалағанда иҫәпкә алырға, баһаны ғәҙел ҡуйырға ярҙам итә. Әгәр ҙә уҡытыусы дәрестәге эштәрҙең маҡсатын аныҡ билдәләмәй икән, уҡыусынан көтөлгән һөҙөмтә лә аңлашылмай, уҡыусыға үҙенең эшен баһалау өсөн дә ауырлыҡтар килеп тыуа.

Таблица 3. Маҡсаттар конструкторы
Танышыу Аңлау Ҡулланыу Анализлау Синтезлау Баһалау
... сығанаҡтан мәғлүмәт йыйып алығыҙ ... Мәғәнәләрен сағыштырығыз ... ... табыу юлдарын асыҡлағыҙ Билдәләгеҙ, күпме ... Кәңәштәр бирегеҙ... Фекерегеҙҙе нигеҙләгеҙ...
Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлағыҙ... Билдәле тәртиптә урынлаштырығыҙ... ... һайлап алығыҙ Һүҙҙәрҙе таблицаға урынлаштырығыҙ ... Һораулыҡ төҙөгөҙ Проблеманы сисеүҙә үҙ юлығыҙҙы тәҡдим итегеҙ ...
Шиғырҙы уҡығыҙ ... Төшөнсәгә билдәләмә бирегеҙ ... ... тураһында текст төҙөгөҙ Материалды тикшерегеҙ һәм ... Бәйләнеш урынлаштырығыҙ... Үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе дәлилләгеҙ ...
Тәртибен билдәләгеҙ ... Дөрөҫ яуапты һайлап алығыҙ... Мәсьәләне сисеү алгоритмын төҙөгөҙ ... Төрҙәрен системалаштырығыҙ ... Мәсьәләне сисеүҙең икенсе юлын тәҡдим итегеҙ. ... Һығымта эшләгеҙ ...
Tөшөнсәләрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ ... Модель төҙөгөҙ... Бирелгән темаға электрон презентация төҙөгөҙ ... Ситуацияны анализлағыҙ һәм һорауға яуап бирегеҙ ... ... тураһында терәк таблица төҙөгөҙ ... һорау буйынса фекерегеҙҙе әйтегеҙ
Тексты тыңлағыҙ... Мәғәнәһен билдәләгеҙ ... Үҙгәрешен тикшерегеҙ ... Һығымтаны ... рәүешендә яһағыҙ ... Схеманы тулыландырығыҙ ... Проблеманы сисеү юлын дәлилләгеҙ
Һорауҙарға яуап бирегеҙ... Төп законлылыҡты асыҡлағыҙ... Дөйөм һыҙаттарын билдәләгеҙ ... Айырмалыҡтарын асыҡлағыҙ Ҡағиҙәне сығарығыҙ Фекерегеҙҙе яҡлап факттар килтерегеҙ ...

Шулай итеп, дәрес маҡсаттарын дөрөҫ билдәләү, уның кимәлдәрен аныҡ белеү уҡытыусыға дәрестә уҡыусыларҙың эшен ойоштороу, һөҙөмтәләрен баһалау өсөн уңайлы шарттар булдыра. Уҡыусы ла көтөлгән һөҙөмтәне алдан белеп тора, үҙенең мөмкинлегенән сығып шуға ирешергә тырыша.

10
Дәресте дистанцион уҡытыу технологиялары ярҙамында ҡороу буйынса методик кәңәштәр
+

Уҡытыусының эш планы

1-се аҙым. Дистанцион уҡытыуҙы нисек ойоштораһығыҙ, шуны асыҡлап алығыҙ.

Тәү сиратта уҡыусылар менән ниндәй эштәр башҡарыуығыҙҙы хәл итегеҙ. Дистанцион эште түбәндәге ысулдарҙың береһе менән үткәрергә була:

  • Реаль ваҡыт режимында осрашыуҙар. Онлайн дәрестә һеҙ уҡыу материалын аңлатаһығыҙ, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирәһегеҙ, үҙегеҙ һорауҙар әҙерләйһегеҙ.
  • Дистанцион уҡытыуҙы интерактив уҡыу материалдары аша ойоштороу: дәрескә күрһәтмәләр, видео, текст, һүрәттәр, үҙ-үҙеңде тикшереү өсөн өлгөләр, һылтанмалар әҙерләйһегеҙ. Ошо уҡыу материалдары ярҙамында уҡыусылар дәрес темаһын үҙ аллы өйрәнә. Уҡыусыларҙың һорауҙары өсөн айырым чат булдырырға мөмкин. Чатта килеп тыуған ауырлыҡтарҙы сисеү юлдарын тикшерергә була.

2-се аҙым. Эшегеҙҙе планлаштырығыҙ.

Бер аҙна эсендә үҙегеҙҙең предмет буйынса бөтә эштәрҙе планлаштырығыҙ. Еңелерәк булһын өсөн, уҡыусылар ирешергә тейешле һөҙөмтәне күҙ уңында тотоғоҙ. Үҙегеҙгә түбәндәге һорауҙарҙы бирегеҙ:

  1. Мин уҡыусыларымды нимәгә өйрәтергә теләйем? (уларҙан ниндәй һөҙөмтә көтәм)
  2. Уҡыусылар был уҡыу һөҙөмтәләренә нисек ирешә ала?
  3. Мин уларға нисек ярҙам итә алам? Һөҙөмтәне нисек асыҡлай алам?

Ошо яуаптарға таянып, үҙегеҙгә эштәр планлаштырығыҙ: ниндәй уҡыу материалдары әҙерләргә кәрәк, уҡыусыларҙың эштәрен нисек күҙәтеп барырға була, кире бәйләнеште нисек булдырырға? Уҡыусылар өсөн дә эш планы төҙөргә мөмкин. Ундай план уҡыусыларға ваҡыттарын дөрөҫ бүлергә, аҙна эсендә башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙ уңында тоторға ярҙам итә. Планда заданиены ҡасан эшләй башларға икәнлеге, эште тапшырыу ваҡыты, уҡытыусы менән осрашыу өсөн бүленгән ваҡыт, уҡыу материалдарына һылтанма йәки платформа күрһәтелә.

3-сө аҙым. Уҡыусылар менән бәйләнеш булдырыу юлдарын билдәләгеҙ.

Һәр уҡыусынының уҡыу материалдарына сығыу нөктәһе булырға тейеш. Әгәр ҙә һеҙ мәктәптә эш барышында улар менән берәй блогты, сайтты, ябыҡ төркөмдө ҡулланғанһығыҙ икән, дистанцион уҡытыуҙа ла шулар аша эште ойошторорға мөмкин. Ундай эш тәжрибәһе булмаған икән, эште электрон журнал аша ойоштороға мөмкин.

4-се аҙым. Уҡыу материалдарын туплай башлағыҙ.

Дәреслектең 15-18-се биттәрен уҡып, һорауҙарға яуап бирегеҙ, кеүек эштәр дистанцион уҡытыу форматында бармай, сөнки улар уҡыусыны өйрәтеүгә булышлыҡ итмәй. Уҡыу эшен дистанцион форматта ҡороу, тимәк, уҡыусыға үҙ аллы белем алырға ярҙам итеү, белмәгәнен аңларға өйрәтеү. Бының өсөн уҡыусыла һайлап алынған уҡыу материалдары һәм уҡыусы эшләрлек, көсөнән килерлек эштәр булырға тейеш. Уҡыу материалдарына төрлө күрһәтмәләр эшләгеҙ (класта дәрес ваҡытында аңлатҡан кеүек), күнегеүҙе эшләүгә киткән ваҡытты күрһәтегеҙ, ярҙамсы кәңәштәр тәҡдим итегеҙ. Икенсе уҡытыусылар төҙөгән әҙер материалдарҙы ла ҡулланырға мөмкин. Төрлө цифрлы сервистарҙы ла файҙаланырға мөмкин.

5-се аҙым. Килеп тыуыу мөмкинлеге булған проблемаларҙы күҙ уңында тотоғоҙ:

1-се проблема. Дәрестә эшләмәгән уҡыусыларҙың дистанцион форматта ла эште башламауҙары бар. Бында уҡытыусыға дөйөм генә кәңәш тә биреп булмай. Һәр уҡыусының индивидуаль үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Кемдер класташтары менән төркөмләп эшләүгә риза, икенсеһе өсөн уҡыу материалын башҡасараҡ бирергә кәрк. Уҡыусыны төрлө язалар менән ҡурҡытыуҙың кире тәьҫире генә булыуы бар. Уны оҙайлы ваҡытта эшләтеү өсөн икенсе юлдарҙы эҙләргә кәрәк.

2-се проблема. Уҡыу материалын туплауға ваҡыт күп китәсәк. Беҙ уҡыу материалын уҡыусыларҙың хәтерен тикшереү өсөн түгел, ә уларҙы нимәгәлер өйрәтеү өсөн төҙөйбөҙ. Әлбиттә, дәрестә теманы аңлатыуы күпкә еңелерәк, ә уҡыусы шуны үҙ аллы эшләү барышында аңлаһын өсөн баш ватырға тура киләсәк.

3-сө проблема. Уҡыусы билдәгә/баһаға эшләй торған эште дөрөҫ итеп төҙөү. Уҡыусылар иптәштәре менән бер чатта ултыра, яуапты гуглдан эҙләп табып була, һорарға ла еңелерәк. Шуның өсөн баһалауға булған эште бик уйлап, кире факторҙар ярҙамсы булырлыҡ итеп уйланылған эштәр кәрәк.

6-сы аҙым. Түбәндәге хаталарҙан азат булырға тырышығыҙ.

1-се хата. Электрон журналға уҡыусылар өсөн эштәр исемлеге төҙөү. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - уҡыусыларҙы эш менән күмеү түгел, ә уларҙың белем алыу процесын ойоштороу.

2-се хата. Уҡыусыларҙы нисек контролләү тураһында уйлау. Был осраҡта беҙ күберәк уҡыусыға нимә өсөн баһа ҡуйыу тураһында уйлайбыҙ, ә уҡыусыға белем алыуҙа ярҙам итеү икенсе планға тороп ҡала.

3-сө хата. Уҡыусыға һөҙөмтә өсөн түгел, ә уҡыу процесы өсөн баһа ҡуйыу. Уҡыусы материалды үҙләштереү, тест эшләү, һорауҙар биреү, иптәштәре менән әңгәмәләшеү барышында белем ала. Алынған белем нығытылғас ҡына беҙ баһаға эштәр тәҡдим итә алабыҙ.

4-се хата. Уҡыусыларға эштәрен фотоға төшөрөп һалырға ҡушыу. Быны тик айырым уҡыусылар менән генә эшләргә була, унда ла кире бәйләнеш йәки ярҙам кәрәккәндә. Улай итмәгәндә һеҙҙең почтағыҙға көнөнә күпме хат киләсәк!

7-се аҙым. Ниндәй сервистарҙы файҙаланаһығыҙ - шуны алдан билдәләп ҡуйығыҙ.

Улар менән эште ойоштороу тураһында интернетта видеолар күп, һеҙ үҙегеҙ ҙә уларҙы ҡулланаһығыҙ.

Дистанцион белем биреү технологияһы нигеҙендә ҡоролған дәрескә дөйөм талаптар:

1. Дәрестең тышҡы тәртибе

  • Дәрестең ваҡытында башланып, билдәләнгән ваҡытта тамамланыуы;
  • Дәрестә тыуырға мөмкин булған ситуацияларҙы алдан күҙаллау;

2. Дәрестең эске тәртибе

  • Дәрестең ҡуйылған маҡсаттарға ярашлы аныҡ этаптарға бүленеүе;
  • Һәр этаптың уйланылған маҡсатлы булыуы;
  • Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленең иҫәпкә алыныуы;
  • Уҡыу материалының этаптарға дөрөҫ бүленеүе;
  • Уҡыусыларҙы әүҙемләштереү юлдарының уйланылған булыуы;
  • Өй эштәренең кимәле һәм күләменең ФДББС талаптарына тура килеүе;
  • Баһалау системаһының критерийҙарға нигеҙләнгән, дәрес этаптары менән бәйле булыуы.

Дистанцион дәрес төҙөү алгоритмы

  1. Дәрестең темаһын, төп этаптарын билдәләгеҙ;
  2. Дәрестең тибын асыҡлағыҙ: яңы тема өйрәнеү, ҡабатлау, контролләү һ.б.;
  3. Дистанцион дәрестең оптималь моделен һайлағыҙ;
  4. Дистанцион дәрестең формаһын уйлағыҙ;
  5. Уҡыусыларға тәҡдим ителгән материалдың формаһын һайлап алығыҙ (текст, таблица, презентация һ.б.);
  6. Дистанцион дәрестең темаһына ярашлы глоссарий әҙерләгеҙ;
  7. Баһалау критерийҙарын һәм баһалау системаһын билдәләгеҙ (дәрескә баһалау биттәре, таблицалар һ.б.);
  8. Компьютер менән эшләү ваҡытын иҫәпләгеҙ:
    • 1-се класс - 10 минут
    • 2-5-се класс - 15 минут
    • 6-7-се класс - 20 минут
    • 8-9-сы класс - 25 минут
    • 10-11-се класс - 30 минут
  9. Дәрестең технологик картаһын төҙөгөҙ;
  10. Заданиеларҙы үтәү өсөн инструкция әҙерләгеҙ;
  11. Дәресте үткәрегеҙ, анализлағыҙ.
X