Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә яҡлаусылар:

Ишдәүләтов Мирас Рәшит улы

Өфө ҡалаһының 107-се лицейы уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2022” регион-ара конкурс еңеүсеһе, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы (V урын, “Иң яҡшы медиавизитка” номинацияһында еңеүсе.

Ғайсина Гүзәл Сәғит ҡыҙы

Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы призеры (III урын), “Иң яҡшы медиавизитка” номинацияһында еңеүсе.

Ишбаева Гөлсинә Азат ҡыҙы

Өфө ҡалаһы 202-се полилингваль балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе, “Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы – 2023” конкурсы еңеүсеһе, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, “Иң яҡшы медиавизитка” номинацияһында еңеүсе.

Ибраһимова Азалия Вәрис ҡыҙы

Сибай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2024” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты.

Ишдәүләтова Әлиә Риза ҡыҙы

Өфө ҡалаһының 18-се башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы – 2024» республика профессиональ конкурсы еңеүсеһе, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе.

Хәбибуллина Наҙгөл Исмәғил ҡыҙы

Өфө ҡалаһын “Смарт” 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты.

Әмирова Ләйсән Хәдит ҡыҙы

Сибай ҡалаһы Баланы үҫтереү үҙәге – “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы – 2025» республика профессиональ конкурсы еңеүсеһе, “Иң яҡшы туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы” Бөтә Рәсәй конкурсы ҡатнашыусыһы.

X