ТЫУҒАН ИЛ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР Иле барҙың – көнө бар. Айырылған ил аҙыр, ҡушылған ил уҙыр. Ат әйләнеп төйәген табыр, һыу әйләнеп юлын табыр, ир әйләнеп илен табыр. Ат туйған ерендә, ир тыуған илендә. Алтын- көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ил артыҡ. Берҙең көнө ил менән, илдең көнө ер менән.