Был бүлектә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен уҡытыуҙа иң яҡшы педагогик тәжрибәләр туплау буйынса «Педагогик оҫталыҡ мәктәбе» II Республика конкурсы еңеүселәренең оҫталыҡ кластары тупланған. Алдынғы ҡарашлы, заманса фекер йөрөткән уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһе файҙалы һәм фәһемле булыр тигән өмөттәбеҙ.
Исмәғилева Гөлбаныу Ирек ҡыҙы
Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы