Хәйерле иртә, уҡыусылар! Мин Ғәйфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы, һеҙҙе сәләмләйем.
Бөгөнгө сараны, традицияға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының гимны менән башлайыҡ. Беҙҙә башҡорт телендә үткәрелгән һәр сара алдынан гимн башҡарыла.
Мин һеҙгә ҡанатлы һүҙҙәр тәҡдим итәм. Берәүһен дәресебеҙгә эпиграф итеп һайлайыҡ.(1 се слайд)
Бөгөнгө тәрбиәү сарабыҙҙың темаһы: Шайморатов вариҫтары тип алдым.
Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы ҙур урын алып тора.
Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һалдаттар араһында ҙур абруй ҡаҙана.
Уның биографияһы менән танышып алайыҡ. ( Видео Биография)
Мин Видео күрһәтәм.
Социаль селтәр аша Шайморатов музей менән бәйләнешкә кереү.Гузалия Закировна.
Миңлеғәли минһаж улы Шайморатовтың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә ниндәй эштәр башҡарылған икән;
– 112-се Башҡорт атлылары дивизияһы командиры,полковник, генерал – майор, милли герой;
– 1964 йыл 31 май – тыуғанауылына уның исемен бирәләр һәмһәйкәлҡуйыла;
– 2010 йыл 07 июль – Өфө ҡалаһының Еңеү паркын да бюст ҡуйыла;
– 2012 йылда – эске эштәр министырлығының 29-сы отрядына «Шайморатов генерал-майор» исеме бирелә;
– 2013 йыл 15 ноябрь – Өфө ҡалаһында 29-сы отряд территорияһында Шайморатов генералға һәйкәл асыла;
-2015 йыл 11 сентябрь – тыуған ауылында 112-се Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командирына мемориал асыла;
2020 йылдың 30 мартында Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы исеме менән бүләкләнде.
2020 йылдың 11 октябрҙә Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды.
Герой һәйкәленең авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков.
– 2016 йылдың 15 августында тантаналы рәүештә Зәки Рөстәм улы Хәмитов Өфө ҡалаһының Милли музей фондына Миңлеғәли Шайморатовтың Ҡыҙыл Йондоҙ орденын тапшыра;
– Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһендә Дан музейының филиалы булып 112-се
Башҡорт кавалерия дивизияһының музейы бар.
Генерал-майор 1943 йылдың 23 февралендә Украинаның Луганск өлкәһендә вафат була. Унда ла уның исеме мәңгеләштерелгән, бер майҙан, ике урам һәм бер мәктәп уның исемен йөрөтә.Милли геройыбыҙ 1948 йылға хәтлем эҙһеҙ юғалғандар араһында була. Тик 1948 йылда ғына уны табып күмәләр.
2021 йылда Мәғариф буйынса Республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров Башҡортостан республикаһының дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы «шайморатов кластары» асырға тәҡдим итте.
2022-2023 уҡыу йылында 61 район һәм ҡала, шулай уҡ 5 дәүләт бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһында 73 «шайморатов класы» асыу планлаштырыла.
2022-2023 йылдарҙа М. Шайморатлов һәм С. Юлаев баталендары Махсус хәрби операцияға илебеҙҙең иң көсөл ир егеттәрен контракт буйынса һәм мобилизация буйынса ил һаҡларға киттеләр.
М. Шайморатовҡа арналған бик күп китаптар, мәҡәләләр яҙылды.
(Китаптар күрһәтеү)
Флюр Галимов Шаймортов …
Әйҙәгеҙ, бергәләп башҡорт тарихына байҡау яһайыҡ, билдәле яугирҙарыбыҙ ил тарихында ниндәй эҙ ҡалдырыуын асыҡлайыҡ. Һеҙ кемдәрҙе беләһегеҙ?
Салауат,
Кинйә,
Алдар,
Әхмәтзәки Вәлиди,
Шакирйән Мөхә¬мәтйәнов, (Александр Матросов),
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин
(Сибай егеттәре тураһында видео ҡарау.)
Махсус хәрби операцияһына китеп барыусы беҙҙең башҡорт егеттәре ниндәй улар?
Ауыр саҡта ла рух күтәренкеһе юғалтмайҙар.
Йырлап, бейеп күңел күтәреп, төшөнкөлөккә бирелмәйҙҙәр
Ҡаһым түрә лә 1918 йылдағы һуғышты Любезники –любизар тип йырдағандар.
Башҡортаттлылыры ла һәр ваҡыт йырлап яуға күтәрелгәндәр.
Ниндәй ҡошто тыныслыҡ – һаҡсыһы тип йөрөтәләр.
(Күгәрсен.)
Ниндәй сифаттарға эйә булған башҡорт һалдаттары.
Күгәрсендәр ярҙамында әйтеп. Таҡтаға ҡуйыр барыйыҡ әле.
ЕТЕҘ – ПРОВОРНЫЙ
СОС – ЛОВКИЙ
МӘРГӘН – МЕТКИЙ
ҠАҺАРМАН – ХРАБРЫЙ
БЕРҘӘМ – ДРУЖНЫЙ
ТОҒРО – ПРЕДАННЫЙ
БАТЫР – СМЕЛЫЙ
Мин дә һеҙҙгә күгәрсендәр алып килдем. Был күгәрседәр – тыныслыҡ һаҡсылары. Серле. Ни өсөн артарында. Уларғың көрәндән аят йәбештерлелгә. Ул һеҙҙе һәр ваҡыт һаҡлап. Юлдар асып торһон. (күгәрсендәр таратам.)
Ата-әсәйҙәр үҙ улдарын яуға оҙатҡанда нимә эшләгендәр тип уйлайһығыҙ?
Доға ҡылғандар. Теләктәр теләгәндәр.
Минең улым да Украина ерендә ил һағында тора. Мин әсәй булара нимә эшәнем. Доғалар уғыйым, өләсәйем бәләкәй саҡта миңә эшләп биргән бетеүҙе мин дә улымның фото һүрәтенә БЭтэү яҙып ҡуйҙым. Иҫән-һау, имен- аман тыуған яҡҡа ҡайтһын тип.
Ә бына минең ҡулда серле һандыҡ. Нимә тип уйлайһығыҙ унда?
Улым ҡайтҡас унан тешләтеп алған икмәк. Элек электән беҙҙең өләсәйҙәр әрме сафына киткән улдарының бер телем икмәген ул һайтҡансы һаҡлайҙар ине.
Был икмәк бер нимә лә эшләмгән, шул килеш. Минең улымдың иҫән –һау ҡайтыуын көтөп ята.
Башҡорт халҡының данлыҡлы улы Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһындағы хәбәрҙе бөтәһе лә тулҡынланып көтөп алды. Милләтебеҙҙең ғорурлығы булған ҡаһарман генералдың батырлығы, исеме, даны – халыҡ йөрәгендә. Һәр башҡорт балаһы уның тураһындағы йыр¬ҙы йырлап, батырлығына һоҡланып үҫә. (Ҡ. Даян һүҙҙәренә З. Исмәғилев көй яҙған “Шайморатов генерал” йыры башҡарыла.)
“Салауат Юлаевтың вариҫтары артҡа сигенмәй!” – тип ҡабатлаған генерал Шайморатов үҙенең яугирҙәрен яуға күтәргәндә. Беҙ ҙә бер ҡасан да бирешмәйәсәкбеҙ. Бер ниндәй ҡурҡыныс дошман алдында да. ”.
Халыҡ үҡ батырын бер ваҡытта ла тапаманы, бөгөн дә ул утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ милли батырҙарыбыҙ булып күңелдәребеҙҙә йәшәүен дауам итә Герой исемен мәңгеләштереп Башҡортостан ҡалаларының урамдары Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтәләр.. Ил намыҫын һаҡлау батыр егеттәрҙең изге бурысы икәнлеген аңлаған Ватан һаҡсылары булып үҫәрһегеҙ.
Ваҡыт ҡалһа.
“М.М. Шайморатовты оло ихтыярлы, көслө, һәләтле хәрби етәксе һәм намыҫлы патриот тип белә инем мин. Немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән ауыр йылдарҙа ул үҙен оҫта ойоштороусы, кавалерия бәйләнештәренең командиры итеп танытты, шәхси батырлыҡ, тәүәккәллек, ҡаһарманлыҡ миҫалдарын күп тапҡырҙар күрһәтте”, – тип яҙа Советтар Союзы Маршалы С.М. Будённый.
Донъялар тыныс, һаулыҡта, сәләмәтлектә йәшәйек.