-Хәйерле сәғәттә, коллегалар!
Мин, Ғәфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы, иҫ киткес матур тәбиғәтле, киң билдәле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренә бик бай, һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары менән данлы Ҡырмыҫҡалы еренән ҡайнар сәләмемде еткерәм.
Минең педагогик эшкәрлек презетацияһының темаһы:
«Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекеләү технологияһының интеллект-карта алымын ҡулланыу» Эшемдең төп маҡсаты һәм бурыстары менән киләһе слайдта танышып китә алаһығыҙ
дәрестә ҡулланылған интеллект карталарҙың белем биреүҙәге әһәмиәтен билдәләү аша предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм коллегалар менән эш тәжрибәһен уртаҡлашыу.
Бурыстар: – “Интеллект-карта” алымының йөкмәткеһе менән таныштырыу;
– Логик, ижади фекерҙе үҫтереүҙәге мөмкинлекте күрһәтеү;
– “Интеллект-карта” алымының һөҙөмтәле булыуын иҫбат итеү.
Заман башҡа –заң башҡа тигәндәй,заманалар үҙгәреү менән талаптар үҙгәрә.
Берәүгә лә сер түгел, хәҙерге ваҡытта балаларҙың телмәре ярлы. Был проблеманы сисеү маҡсатынан беҙ дәрестәрҙә төрлө алымдар ҡулланабыҙ.
Ә хәҙер иғтибарҙы экранға йүнәлтәйек әле. Ике һүрәтте сағыштырабыҙ. Нимәләр күрәбеҙ?
Улар оҡшашмы? Уларҙың оҡшаш яҡтарын әйтәйек.
Һүрәттәр бер-береһенә оҡшаған. Икеһендә лә үҙәк һәм унан сыҡҡан тармаҡтар бар.
– 1-се һүрәттә баш мейеһенең нейрондары,
– 2-се һүрәттә интеллект-карта өлгөһө һүрәтләнгән. Һүрәттәр ысынлап та бер береһенә оҡшаған.
– Беренсеһе баш мейе менән бәйле фекерләү функцияһын башҡара,
– 2-се һүрәттәге интеллект-карта уйлауға, ижади фекерләүгә ҡоролған.
Шуға күрә лә бындай карталар иҫтә ҡала, күңелдә һаҡлана.
Алымдың авторы – ғалим һәм эшмәкәр Тони Бьюзен. Ул психолог, күп китаптар авторы. Уның фекеренсә ябай схемалар, таблицалар төҙөгәндә баш мейенең бары һул яҡ ярымшары ғына эшләһә, интеллект карта яһағанда ике ярымшар ҙа эшләй. Тони Бьюзен уйлап тапҡан һәм был технология тураһында «Башың менән эшлә» тигән китабын яҙған. Был тема буйынса эшләгән профеесорҙар Бершадская Елена Александровна, Бершадский Михаил Евгеньевич, ғалим Бехтерева Наталья Петровналар эштәрен билдәләп үтергә була. Интеллек – ул аҡыл картаһы.
“Интеллект-карта” алымын аңлатып китәм.
1. Ак ҡағыҙ алабыҙ, горизонталь рәүештә яһаһаҡ яҡшы булыр.
2. Һәр тармағын төрлө төҫтәге ручкалар, фломастер, ҡәләмдәр менән яһайбыҙ.
3. Дәрестә уҡыусыларға эшләткәндә, тема бирелә. Дәрестең ҡайһы этабында эшләтеүгә ҡарап , уҡыусы дәрестә дәреслек материалын файҙаланып төҙөй,
ә өйгә бирелгән булһа , төрлө өҫтәмә материалдар менән тулыландыра.
4. Уртаға беҙҙең темабыҙҙы сағылдырған рәсем яһайбыҙ, темабыҙҙы яҙабыҙ, беҙҙең осраҡта М.Шайморатов. Рәсем яһау оҫталығы кәрәк түгел , иң мөһиме рәсем һеҙгә аңлашылһын.
5. Урталағы рәсемдән һығылмалы линиялар яһайбыҙ, рәсемгә яҡын ере ҡалыныраҡ, алға таба нәҙегәйә бара. Бына шул линияларға темаға ҡараған мөһим мәғлүмәттәрҙе яҙабыҙ.
Был алымды ҡуллана башлағанда йәки ауыр үҙләштереүсе балалар булғанда темаға ҡараған фекерҙәрҙе, карта тармаҡтарын уҡытыусы менән бергәләп билдәләйҙәр.
Һәр кеше бер тармаҡ тураһында һөйләй
Минниғәли Шайморатовтың тормошо: эшмәкәрлеге, халыҡ күңелендә, иҫтәлекле, урындар:
Балаларҙың фекерҙәрен тыңлағандан һуң, йомғаҡ яһала. Нимә белдем?,Нисек белдем?, Ни өсөн белдем? Һорауҙарына яуап биреп, ғөмүмән бер һөҙөмтәгә киләбеҙ.
Интеллект картаныңың ыңғай яҡтары:
Яҙабыҙ:
• Ҙур теләк менән
• Тиҙ
Күрәбеҙ:
• Үҙ-ара бәйләнеште
• Материалды аңлатыу структураһын
• Логиканы
Үҫтерәбеҙ:
• Фекер йөрөтөүҙе
• Хәтерҙе
• Күҙаллауҙы
Эш итә башлайбыҙ:
• Бөтә потенциал
• Ижадсылыҡ
Хәтерҙә ҡалдырабыҙ:
• Шунда уҡ
• Күп
• Сифатлы
Төрлө компьютер программаларын ҡулланып Интеллек Картаһын төҙөү
(Mind Maps- майнд мапс, xmind -иксмайнд) Power Point-пауэр поинт,
Интеллект карталар төҙөү өсөн алгоритм түбәндәгеләрҙән тора
1. Үҙәк образ. Ассоциациялар
2. Ассоциациялар төркөмдәре
3 Асҡыс һүҙҙәр
4. Асҡыс тармаҡтар
5. Төҫтәр, символдар
6. Логик бәйләнештәр
Был алымды дәрестә нығытыу, рефлексия этаптарында ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ өй эше итеп биреүҙә отошло.
Шулай итеп дәрестә интеллект карталар төҙөү балаларҙың уҡыуға мотивацияны булдыра, коллективта эшләргә өйрәтә, иғтибарлылыҡ, түҙемлелек, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү балаларҙы мәғлүмәт менән генә туҡландырыу тигән һүҙ түгел, ә белемде табырға һәм ҡулланырға өйрәтеү ҙә ул. Интеллект карталар- һүрәтләү эшмәкәрлегенең ғәҙәти булмаған төрө.
Интеллект карталар төҙөү буйынса тупланған тәжрибәм түбәндәгеләрҙе күрһәтә:
-уҡытыусы үҙенең һәм уҡыусыларының ижади мөмкинселектәрен киңәйтә;
-башҡорт телен уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы күтәрә;
– етди темаларҙы үҙләштерергә стимул булдыра.
Эшемдең һөҙөмтәләрен минең юутуб каналында. Контакт селтәрендә, минең сайтымда күрә алаһығыҙ.Уҡыусыларым менән төрлө, төбәк-ара, республика, район кимәлендә конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Белемебеҙҙе ҡамиллаштырабыҙ, тулыландырыбыҙ. Үҙебеҙҙе һынап ҡарайбыҙ. Көндән-көн, йылдан-йыл белемебеҙҙе үҫтерәбеҙ. Уҡыу сифатын артырабыҙ, Олимпиадаларҙа ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшәбеҙ.
Аҡыл карталары балаларға тулы картинаны бирә. Ул карталар бала өсөн хәтер үҫтереүҙә, анализ яһау өсөн бик яҡшы. Үҙемдең сығышымды М. Горькийҙың һүҙҙәре менән тамамлайһым килә:“Һәләтлек– ул үҙ-үҙеңә һәм үҙ көсөңә ышаныу”.
Ышанысты булдырыу, тәрбиәләү, үҫтереү минең эшемдең төп маҡсаты һәм бурысы.
Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!