Дәрестең технологик картаһы Ф.И.О. Ғәйфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Предмет: башҡорт әҙәбиәте Класс:7 Дәрес төрө: яңы материалды өйрәнеү Тема Баязит Бикбай «Рус теле» . Маҡсат Баязит Бикбайҙың “Рус теле” шиғыры менән таныштырыу, шиғырҙың идея йөкмәткеһен үҙләштереү, шағир ижадының үҙенсәлектәре менән таныштырыу, туған телебеҙҙең әһәмиәтен асыҡлау, телебеҙгә һөйөү һәм халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү. Дуҫлыҡта – берҙәмлек идеяһын еткереү. Бурыстар Белем биреү: “Рус теле” шиғыры тураһында мәғлүмәт биреү, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҫтереүсе: һүҙ байлығын арттырыу, уҡыусыларҙың уҡыу күнекмәләрен, яҙыу һәм һөйләү телмәрен, фекерләү һәләтен үҫтереү. Тәрбиәүи: туған телгә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, сит телгә, йәғни рус теленә, халҡына толерантлыҡ тойғолары үҫтереү. Халҡыбыҙҙың туғандаш халыҡ, рус халҡы менән татыулыҡтә йәшәүенә ғорурлыҡ тойғоһо уятыу. УУЭ Шәхескә йүнәлтелгәнУУЭ: туған телебеҙҙең, нескәлеген, матурлығын аңлау, телһөйәрлек тойғоһо, Б.Бикбай ижадына ихтирам. Регулятив УУЭ: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләү, булған белемдәрен барлау, баһалау, проблеманы аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу. Коммуникатив УУЭ: бәйләнешле телмәрҙе үҫтереү, үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү. Танып-белеү УУЭ: шағирҙың тормошо нигеҙендә белем алыуҙың әһәмиәтен төшөнөү. Планлашты-рылған һөҙөмтәләр Предмет: Белеү: дуҫлыҡ тураһында белемдәрҙе киңәйтеү. Эшләй белеү: һорауҙарға үҙ аллы аныҡ яуап биреү, шиғырҙы анализлау, шиғырҙан һүрәтләү сараларын табып күрһәтеү, аңлатыу, шиғырҙың идея-темаһын билдәләү. Шәхескә йүнәлтелгән: Халҡыбыҙҙың сит милләттәр менән дуҫ, татыу йәшәүен аңлау, Б.Бикбай ижадына ихтирам тойғоһо. Метапредмет: дәрестә ҡуйылған проблеманы аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде тикшерә алыу, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, һорауҙарға яуап бирә белеү, һығымта яһай белеү. Төп төшөнсәләр Дуҫлыҡ, Толерантлыҡ, Донъя ҡиммәтттәре, Предмет-ара бәйләнештәр Башҡорт теле, фольклор, музыка Ресурстар: төп өҫтәлмә Башҡорт әҙәбиәте. Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5 класс уҡыусылары өсөн дәреслек - хрестоматия. М.Х.Иҙелбаев, М.Б.Юлмөхәмәтов, Ә.М.Сөләймәнов, З.И.Яйҡарова. Өфө, Китап,2012. Китаптар күргәҙмәһе, мультимедиа проекторы, компьютер, документаль фильм, “?” йыры, ҡурай моңдары аудиояҙмаһы. Дәрес формаһы Ф- фронталь, И – индивидуаль, Т-төркөмдә Технология тәнҡитле фекер үҫеш һәм интеллект карта технологияһы, компьютер технологияһы Ойоштороу моменты Ваҡыт: 5 мин. Төп этаптар: 1. Психологик инеш. 2. Мотивация. 3.Уҡыу мәсьәләһен булдырыу Актуалләште реү. Дәрестең маҡсатын, йөкмәткеһен билдәләү. Уҡытыусыны баҫып сәләмләйҙәр. Эш урындарын тәртипкә килтерәләр. Уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар. Дәрестә нимә тураһында һүҙ барасағын билдәләйҙәр. Экрандағы һүрәткә, күргәҙмә материалға, башҡарыласаҡ эштәрҙе күҙаллай. Төрлө яуаптар әйтәләр, фекерҙәрен белдерәләр. Эштә ҡыйын лыҡ урынын табыу Сәләмләү. Психологик кәйеф шарттары булдырыу.Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу. - Уҡыусылар, дәресте артикуляцион күнегеү менән башлап ебәрәйек: Төрлө-төрлө телдә һөйләшһәк тә, Төрлө-төрлө милләт булһаҡ та, Тик бер беҙҙең тыуған илебеҙ, Тик бер беҙҙең тыуған еребеҙ. - Афарин, уҡыусылар. һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, Беҙҙең халыҡ элек электән бер береһен күрешеп сәләмләгән, ҡул бирешеп, сылбырлап бер- беребеҙҙе –Арыумы, Сәләм, Һаумыһығыҙ, Хәйерле сәғәттә тип теләктәр таратайыҡ әле. Шиғыр юлдары аша дәрестең темаһын билдәләтеү. - Ә хәҙер иғтибар менән шиғырҙы тыңлағыҙ. Халыҡ дуҫлығы нимә ул? Ул бит тыныслыҡ була, Халыҡ дуҫлығы нимә ул? Ул бит берҙәмлек була. - Был шиғырҙа ниндәй таныш һүҙҙәрҙе осраттығыҙ? - Был шиғыр нимә тураһында? - Ә нимә һуң ул дуҫ, дуҫлыҡ? - Был һүҙҙе әйтеү менән ниндәй ассоциациялар тыуа? Ә нимә ул халыҡтар дуҫлығы? - Бик яҡшы, афарин, уҡыусылар! - Дәресебеҙҙең эпиграфын уҡыйыҡ әле. - уҡыусылар, был юлдарҙа нимә тураһында һүҙ бара? Нимә ул дуҫлыҡ? Тимәк, бөгөн дәресебеҙ ниндәй темаға арналасаҡ? Тема,маҡсат әйттереү: Дуҫлыҡ – берҙәмлек. Баязит Бикбай. Рус теле. Һеҙ үткән дәрестәрҙә шағирҙың тормошо һәм ижадына байҡау яһаған инегеҙ, уның туған тел тураһында шиғыры менән таныштығыҙ, бөгөн иһә, тел тураһында белемебеҙҙе, ошо тел ике халыҡты туғандаш итә алыу ҡөҙрәтенә эйә икәнен аңларбыҙ, белемебеҙҙе тәрәнәйтербеҙ, тел байлығын арттырырбыҙ. Проблемалы һорау ҡуйыу. Шәхси фекерҙәрен формалаштырыуға йүнәлеш биреү. Милләттәр араһындағы дуҫлыҡ тигәнде нисегерәк аңлата алырһығыҙ? Яңы тема өҫтөндә эш. (10 минут) Һүҙлек эш: Ял итеп алайыҡ - диалог төҙөү. Теманы нығытыу,үҫтереү. Өҫтәлмә материалдар биреү. Видео яҙма ҡарау Һүҙлек менән эш. Төркөмдәрҙә эш. 1). Шиғыр менән танышыу. а)1-се тапҡыр уҡытыусы уҡый , 2-се тапҡыр хор менән уҡыла. Видео яҙма ҡарау. Б.Бикбай *Тере шишмәләр* автобиографик повесында *Рус теле* шиғырының яҙылыу тураһында яҙа. Яҙыусы бәләкәй сағында аҙна һайын тип әйтерлек әсәһенең аталарына – йыраҡ бабаларына Дедовка ауылынаҡунаҡҡа йөрөгән, шунда күрше урыҫ малайы Толя менән уйнаған. Шул ваҡытта кисергән хис тойғолары. Оло тормош юлына алып сыҡҡан тел, дуҫлыҡ тураһында был шиғыр. б)һүҙлек эше, тәржемә итеү,һорауҙарға яуап биреү. Балалыҡ хисе Ғорурлыҡ Онотолмаҫ Һауа Ер Һыу Ут в)Нимә ул дуҫлыҡ? Нисек яуап бирерһегеҙ?Аңлатмалар һүҙлегенән Дуҫ, дуҫлыҡ һүҙҙенә аңлатмаһын табыу. Шиғырҙы уҡып, тәржемә итеп, һорауҙарына яуап бирербеҙ. Китаптарҙы астыҡ. Һорауҙарға яуап бирәбеҙ? Ял итеп алайыҡ. Бергәләп ҡабатлайбыҙ. Ял минуты: Беҙ – дуҫбыҙ. Беҙ – иғтибарлыбыҙ. Беҙ – тырышбыҙ. Беҙ һәйбәт уҡыйбыҙ, Беҙҙең бар эшебеҙҙә – яҡшы! 1. 1. (Төркөм) Диалог төҙөү Һинең дуҫың бармы? - Һинең дуҫың бармы? Әйт әле. - Эйе,минең дуҫым бар. - Уның исеме нисек? - Уның исеме …. - Ул нисәнсе класта уҡый? - ... ... класта уҡый? -Һеҙ дуҫың менән ни эшләргә яратаһығыҙ? -Беҙ дуҫым менән (киноға,концертҡа барырға,хоккей уйнарға,сәскәләр үҫтерергә, музыка тыңларға, бәйләргә һ.б.) яратабыҙ. - Һеҙҙең дуҫтарығыҙ булыуға мин бик шатмын. 2. 2. (Төркөм) Шиғырҙҙың бер өлөшөн сәхнәләштереү. 3. (Төркөм) Шиғырҙы өлөштәргә бүлеү. б) Дуҫлыҡ яҡын кешеләр араһында ғына түгел, төрлө милләт кешеләре араһында ла була. Был- халыҡтар дуҫлығы. Беҙҙең республикала төрлө милләт халҡы бик дуҫ йәшәй. Халыҡтар дуҫлығын дәлилләүсе Дуҫлыҡ монументы ла рус һәм башҡорт халҡының дуҫлығын һынландыра.Бер яҡта-рус, икенсе яҡта башҡорт ҡатын-ҡыҙы ултыра.Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ҙур байрамдар һәм тантаналы саралар үткәрелә. Башҡортостанда 1998 йылда халыҡтар дуҫлығы ордены булдырылған. Ул Рәсәй һәм сит ил вәкилдәренә бирелә. С.Юлаев һәйкәле янында Дуҫлыҡ йорто төҙөлдө. (10,11,12 –се слайдтар) в)Дуҫлыҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?(13-сө,14-се слайдтар) Алдарығыҙҙа ятҡан карточкаларҙа. Мәҡәлдәрҙең дауамын яҙығыҙ. 1 мәҡәлдең мәғәнәһен аңлатығыҙ. 2-се яртыһын табығыҙ д)Уҡыусылар 2014 йылда Сочи ҡалаһында ниндәй ҙур ваҡиға булды? Ҡышҡы - Олимпиада Бына ошо ҡалала Дуҫлыҡ ағасы бар (слайд) . 1934 йылда селекционер –ғалим Федор Зорин бер ваҡыт ҡырағай лимон ултырта. Һәм был бәләкәй ағасҡа төрлө- төрлө илдән килтерелгән, ағас , ҡыуаҡ ботаҡтарын ( мандарин, апельсин, кинкан) прививка ярҙамында ялғап үҫтерә башлай. Сочиға килгән ҡунаҡтар был ағасҡа төрлө ботаҡтарҙы ялғай башлайҙар. Әгәрҙә планетала 192 ил булһа, был ағасҡа 174 илдән килтерелгән ботаҡ ялғанған, һәр бер ҡунаҡ автограф ҡалдырған. Ҡунаҡтар араһында президенттар, космонавтар, олимпиада чемпиондары, ғалимдар, йырсылар, хатта балалар ҙа бар.Дуҫлыҡ ағасын бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар, ул планетала тыныслыҡ, дуҫлыҡ булыуын хәтерләтеп тора. (Ошо ағастың япраҡтары кеүек мин дә һеҙгә япраҡтар алып килдем. Был серле япраҡтар. Һеҙгә бүләк итәм.) Һүҙлек эше башҡарыу. Аңлатмалы һүҙлектән ҡарайбыҙ. Дуҫлыҡ – ул ике кеше араһында яҡын, йылы,ышаныслы мөнәсәбәт Башҡорт телендә һөйләшәм йырының 1-се куплетын йырлайбыҙ. .Дуҫты тапһаң,...(һаҡлай ҙа бел) Йөҙ һум аҡсаң булғансы,...(йөҙ дуҫың булһын) Ҡош ҡанаты менән,...(кеше дуҫлыҡ менән көслө) Кейемдең яңыһы,...(дуҫтың иҫкеһе яҡшы) Регулятив: дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү. Танып белеү: логик фекерләй белеү. Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡатнашыу, фекерҙәрен әйтә белеү. Рефлексия. Өҫтәлмә материалдар. Туған тел тураһында тағы ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ? - бындай шиғырҙар һеҙҙә ниндәй тойғолар уята? - башҡорт телен нисегерәк һүрәтләй? - “Рус теле” шиғыры бөгөнгө көнгә ауаздашмы? яҡынса яуаптар: - телебеҙ менән ғорурланыу, уны яратыу, хөрмәтләү. - республикала телде барыһы өйрәнә башланы, башҡорт телендә тапшырыуҙар, матбуғат күбәйҙе. -Эйе. Сөнки бөгөн барыһы ла башҡорт телен өйрәнә. • Тәү өйрәнгән һүҙҙәр • Асты киң юлдар – Тигән юлды нисек аңлайһығыҙ? 1.Һеҙ ниндәй телдәр беләһегеҙ? 2.Күп тел белеүҙең ниндәй әһәмиәте бар? (яуаптары-хәтерҙе үҫтерә,белем алабыҙ, кругозор (даирә) киңәйтә, интернетта гиҙә алабыҙ һб) 3. Телде өйрәнеү өсөн нимәләр эшләр кәрәк? Ниндәй сифаттарға эйә булыр кәрәк? (тырыш, ныҡышма булырға, көн һайын системалы рәүештә уҡырға. Яңы һүҙҙәр төҙө. Дуҫлаштырабыҙ. Башҡортостан – дуҫлыҡ иле, Һәр бер милләт – уның гөлө (Ф.Туғыҙбаева). Регулятив: уҡытыусы менән берлектә эштең ҡыйынлыҡ урынын билдәләү. Танып белеү: логик фекерләй белеү. Коммуникатив: башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү. Баһалау. Дәресте баһалау өсөн бәләкәй генә тест эшләйек. 1. «Рус теле» шиғырының авторы кем: Е. М. Кәрим Б. Б. Бикбай Г. Р. Ғарипов 2. Шиғырҙа кем исемле малай тураһында һүҙ бара? И. Толя, Анатолий.. У. Саша. Александр. С. Дима. Дмитрий. 3. Шиғыр нимә тураһында? Р. шатлыҡ Ш. дуҫлыҡ К. ил Яуаптарҙан ниндәй һүҙ сыҡты? Был билдә менән килешәһегеҙме? Тест эшләү, үҙҙәренең эштәрен баһалау. Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойоштороу, уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү. Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу. Коммуникатив: диалогка инеү. Өйгә эш биреү Өй эше. Рус теле шиғырын уҡып килергә. Үҙеңде яҡын дуҫың тураһында мини – инша яҙырға. Йомғаҡлау: Эйе, дуҫлыҡ – ҙур төшөнсә. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Ысын дуҫ һәр саҡ ярҙам итә, һинең менән бергә шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлаша. Класташың, ата-әсәйең, һиңә ышанған кеше дуҫ була ала. Иң мөһиме – һин үҙең ысын дуҫ, иптәш булыр өсөн тырышырға тейешһең. Дуҫлыҡ ғаиләлә башлана. Ошо юлдар менән дәресте йомҡағлап үткем килә. Инде хәҙер минең дуҫтарым да Һанап бөткөһөҙ; Рус, украин, грузин, ҡаҙаҡ – Бер туғандар беҙ. Тыуған ер, һыу, һауа ҡәҙерен Тағы ла ныҡ белдек, Шуларҙы дошмандан яҡлап, Уттарға индек. Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ! Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ.