Итоги Межрегиональной научно-практической конференции «Мустаевские чтения», посвященная памяти Народного поэта Башкортостана Мустая Карима в дистанционном формате.

XII тапҡыр уҙғарылған төбәк-ара “Мостай уҡыуҙары” әҙәби-ижади конкурсы быйыл 8 октябрҙән 22 октябргә тиклем дауам итте. Сара он-лайн форматта, йомғаҡлау иһә ZOOM платформаһында үтте.

Ҡатнашыусыларҙың эштәре положение буйынса өс төркөмгә бүлеп ҡаралды: 5-8-се кластар, 9-11-се кластар, педагогтар. Эштәрҙе Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралағы тарафынан ойошторолған жюри баһаланы. Өс номинациянан торған конкурста бөтәһе 7525 кеше ҡатнашты.

Номинацияларҙың береһе “Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында…” тип аталып унда Мостай Кәримдең тормош юлын, ижадын сағылдырған печа-куча форматындағы презентациялар ҡабул ителде. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла сертификат ҡаралған. Ғөмүмән, дипломдар һәм сертификаттарҙы 1 ай дауамында “Туған тел донъяһы” портал-новигаторынан алып буласаҡ. Ҡасандан дипломдар алырға мөмкинлеген порталға яҙырбыҙ.

Төбәк-ара “Мостай уҡыуҙары” әҙәби-ижад конкурсының икенсе номинацияһы “Хәбәр көтәм” тип аталды һәм унда әҙиптең ижадына, эшмәкәрлегенә арналған видеодәрестәр тупланды. Шулай уҡ дәрес номинацияһында ҡатнашҡан бөтә уҡытыусыларға ла сертификат буласаҡ.

Киләһе номинация “Йылдар эҙенән” тип аталып, интернет-викторина ойошторолдо. Бөтәһе 7000 ашыу кеше ҡатнашты. Интернет-викторинаны программа үҙе тикшерҙе, ҡатнашыусыларға сертификаттарҙы ла шул уҡ көндә портал аша алыу мөмкинлеге булдырылды.

Номинациялар буйынса еңеүсе һәм призерҙарҙың исем-шәрифтәре билдәле. Уларҙы түбәндәге таблицала күрергә була.

docx
Протокол подведения итогов Мустаевские чтения – 2021
xlsx
Номинация “Бөтәһе лә йәмле бында, йәнле бында…”
xlsx
Номинация для педагогов “Хәбәр көтәм”
xlsx
Номинация “Йылдар эҙенән”