“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021” регион-ара конкурсының иң яуаплы этаптарҙың береһе – “Дәрес” һынауы башланды.

Башҡа йылдарҙағынан айырмалы рәүештә конкурстың был этабы быйыл “Берҙәм дәрес” форматында ZOOM каналы аша үтә.

Конкурсанттарға уҡытыу программаһы нигеҙендә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, юбиляр яҙыусылар һәм шағирҙар ижадына бәйле темалар тәҡдим ителде. Улар араһынан уҡытыусылар үҙҙәренең күңеленә ятҡанын һайлап алып, дәрес үткәрергә тейеш ине.

Әлбиттә, дәрес үткәреү – уҡытыусының көндәлек хеҙмәте. Шулай ҙа, абруйлы жюри алдында баҙап ҡалмай, ят класта дәрес биреү һәр кемгә лә еңел түгел. Әммә конкурсанттар һынатмаҫ, методик яҡтан дөрөҫ ҡоролған, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған, уҡыусыны ҡыҙыҡһындырған, уйландырған, ҡанатландырған дәрестәр үткәрер тип ышанабыҙ.

“Дәрес” конкурс этабы дүрт көн дауам итәсәк.

X