4 март «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2021» регион-ара конкурсының тәүге һынауы – «Методик оҫтахана» этабы башланды.

Бәйгенең был этабы онлайн форматта үтә. Конкурс шарттары буйынса уҡытыусылар 7 минут эсендә үҙҙәренең методик темаһын яҡтыртырға, эш тәжрибәһенән иң эффектлы эш алымдары менән бүлешергә тейеш ине.

Сығыш методик теманың актуаллеге, һөҙөмтәлеге, практик ҡулланылышы, уҡытыусының ижади ҡарашы, телмәр грамоталылығы йәһәтенән баһаланды.

Жюри ағзаларының фекеренсә, методик оҫтаханала бик матур, ҡыҙыҡлы сығыштар булды. Уҡытыусылар үҙҙәренең йылдар буйы туплана килгән эш тәжрибәһенән алдынғы эш алымдары менән ихлас уртаҡлашты, сағыу миҫалдар һәм образдар ҡулланып, аңлайышлы итеп төшөндөрҙө.

Шулай ҙа бәғзе коллегаларҙың методиканың ғәмәли ҡулланылышын күҙаллай алмауҙары, шаблондар менән эш итеүҙәре бер аҙ кәйефте төшөрҙө. Әммә креатив фекерле, ижади ҡарашлы уҡытыусылар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшмәкәрлектәренең иң үҙенсәлекле моменттарын, ҡыҙыҡлы идеяларын, эффектив алымдарын күрһәтеп өлгөрҙөләр һәм хәтергә һеңеп ҡалдылар.

«Методик оҫтахана» конкурс этабы иртәгә лә дауам итә. Уҡытыусыларға зирәк зиһен, тел асҡыстары теләйбеҙ!

X