Ике көн дауамында барған «Методик оҫтахана» конкурс этабы артта ҡалды.

Тәүге конкурс этабы уҡытыусылар күңелендә ниндәй хис-тойғолар уятҡан, ниндәй тәьҫораттар ҡалдырған икән? Һорауыбыҙға яуап эҙләп, конкурсанттарыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Баймырҙина Римма Фәйзулла ҡыҙы: «Коллегаларымдың төрлө эш йүнәлештәрен күреп ҡыуандым. Артабан бәйләнешкә инеп, эш тәжрибәләрен үҙемдең эшемдә файҙаланыу ниәте тыуҙы. Ижади эшләүсе, заман менән бергә атлаусы башҡорт теле уҡытыусыларының күп булыуы республикабыҙҙың милли мәғарифы яҡты тигән ышаныс уята».

Ибраһимова Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы: «Конкурстың был этабы тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Сығышымдан ҡәнәғәтмен. Шулай ҙа күҙгә күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә? Ойоштороусыларҙың конкурсанттарҙы төрлө ситуациянан ҡотҡарып, йыуатып, яҡлап, ярҙам итергә әҙер тороуы ҡыуандырҙы».

Дәүләтбаева Клара Мырҙағәле ҡыҙы: «Ғилем өләшкәндән кәмемәй, ә арта ғына. Оҫта оҫталығы менән бүлешкәндә генә оҫтара. Был конкурс этабы бик файҙалы, ҡыҙыҡлы. Бөтәбеҙҙең дә маҡсаты бер, ә фекерҙәр төрлө».

Ғәзизова Әлфиә Рәүеф ҡыҙы: «Конкурстың «Методик оҫтахана» этабы уҡытыусылар өсөн бик әһәмиәтле тип уйлайым. Республикабыҙҙа талантлы, ижади эшләгән уҡытыусылар бик күп. Тимәк, башҡорт теленең киләсәге өмөтлө».

X