24 февралдән 14 февралгә тиклем Өфө ҡалаһында “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025” регион-ара конкурсы үтте. 30-сы тапҡыр үткәрелгән һөнәри бәйгелә барлығы 55 уҡытыусы ҡатнашты. Уларҙың икәүһе күрше Силәбе өлкәһенән, өсәүһе һөнәри белем биреү учреждениеларынан. Еңеүсе исеменә быйыл 53 ҡатын-ҡыҙ, 2 ир-егет дәғүә итте.

Конкурстың тәүге этабы  – “Уҡытыусының профессиональ компетенцияһын диагностикалау” һынауы М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-да үтте. Ҡатнашыусыларҙың һөнәри компетентлығы тест биремдәре аша тикшерелде.

Иенсе этап – “Дәрес”. Өл Өфө мәктәптәрендә үтте. Конкурс талаптарына ярашлы, “Дәрес” этабында педагогтың белем кимәле, телмәр мәҙәниәте, ваҡытты, белем биреү ресурстарын дөрөҫ файҙаланыуы, импровизация һәләте, ҡулланылған алымдарҙың оригиналлеге һ.б. иҫәпкә алына. Шулай уҡ уҡыусыларҙың уҡытыусы менән үҙ-ара мөнәсәбәте, дәрестең тәрбиәүи әһәмиәте, баһалауҙың асыҡлығы, үткәрелгән дәрескә үҙбаһа иғтибар үҙәгендә булды.

Конкурстың өсөнсө этабы – “Уҡыусылар менән әңгәмә”. Уҡытыусылар тәҡдим ителгән темаларға уҡыусылар менән 20 минут эсендә ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорорға бурыслы ине. Жюри ағзалары конкурсанттың мәғлүмәти һәм тел грамоталылығы, ИКТ технологияларҙы белеүе, ижади ҡарашлы, балалар менән оҫта эш итеүе, сараның һөҙөмтәле булыуы, рухи ҡиммәттәрҙең сағылыуы йәһәтенән баһаланы.

Конкурстың киләһе турҙарында бәйгене 23 конкурсант дауам итте. “Оҫталыҡ дәресе” этабы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында үтте. Уҡытыусылар студенттарҙы төрлө методик алымдарға өйрәтте, үҙҙәренең бай эш тәжрибәһе менән бүлеште.

16 конкурсант “Башҡорт теле уҡытыусыһы менән әңгәмә (пресс-конференция)” этабында осрашты. Пресс-конференция сиктәрендә социаль селтәрҙә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир” акцияһы иғлан ителде. Һорауҙарҙың иң сағыу, иң ҡыҙыҡлы тип табылғандары пресс-конференцияла яңғыраны.

Пресс-конференцияла иң юғары балл йыйыусы биш конкурсант “Министр менән әңгәмә” конкурс этабында ҡатнашты. Жюри ағзалары был һынауҙа уҡытыусының үҙ фекерен еткергәндә конструктив фекер йөрөтөүен, белем даирәһен, мәғариф үҫеше тенденцияларын аңлауын һәм башҡа критерийҙар буйынса баһаланы.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025” регион-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе тип Өфө ҡалаһындағы “Смарт” 2-се полилингваль күп профилле гимназияһынан НАҘГӨЛ ИСМӘҒИЛ ҠЫҘЫ ХӘБИБУЛЛИНА танылды.

Икенсе урында Өфө ҡалаһының 24-се мәктәбенән ГӨЛШАТ РАДИК ҠЫҘЫ ВӘЛИУЛЛИНА. Өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһы 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбенән АЙҺЫЛЫУ НАСИП ҠЫҘЫ ТАЙМАҪОВА яуланы.

Конкурс лауреаттары тип Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән ВЕНЕРА НӨҒӘМӘН ҠЫҘЫ ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, Өфө күп профилле һөнәри белем биреү колледжы уҡытыусыһы ФӘНЗИЛ БҮЛӘК УЛЫ САНЪЯРОВ табылды.

Бынан тыш уҡытусыларыбыҙ төрлө номинациялар, махсус приздар менән билдәләнде.

X