Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле коллегалар! Башҡорт теле уҡытыусылары алдында баланы һөйләргә, аралашырға өйрәтергә, байытырға һәм йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсаты ла тора.Сөнки кешелектең киләсәге, Ватан яҙмышы, ғаилә бәхете, киләсәктә гражданин буласаҡ бәләкәй баланың бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле. Уҡыусы үҙе йәшәгән төбәкте яратһын, уның мәҙәни,тарихи ҡиммәттәре тураһында уйлап фекер йөрөтһөн өсөн, уҡытыу процесында быға өйрәтергә кәрәк. Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ үҙ эшемдә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ошо һүҙҙәрен төп девиз итеп ҡулланам: “Кеше үҙ халҡының үткәненә, хәҙергеһе һәм киләсәгенә баш эйергә тейеш. Үткән һәм киләсәк – кешелектең ике ҡанаты ул”. Ә бөгөн һеҙҙең алда сығыш яһауымдың маҡсаты - әҙәбиәт дәрестәрендә М.Шайморатовтың тормош юлын һәм ҡаһарманлығын өйрәнеүҙә интеллект-карта алымын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу. Бурыстар: - “Интеллект-карта” алымының йөкмәткеһе менән таныштырыу; - Логик, ижади фекерҙе үҫтереүҙәге мөмкинлекте күрһәтеү; - “Интеллект-карта” алымының һөҙөмтәле булыуын иҫбат итеү. Берәүгә лә сер түгел, хәҙерге ваҡытта балаларҙың телмәре ярлы. Был проблеманы сисеү маҡсатынан беҙ дәрестәрҙә төрлө алымдар ҡулланабыҙ. Бөгөн тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү технологияһының бер алымы “Интеллект-карта” алымы менән танышырбыҙ. Ә хәҙер иғтибарҙы экранға йүнәлтәйек әле. Ике һүрәтте сағыштырығыҙ. Нимәләр күрәһегеҙ? Улар оҡшашмы? Уларҙың оҡшаш яҡтарын әйтегеҙ. Яуап: һүрәттәр бер-береһенә оҡшаған. Икеһендә лә үҙәк һәм унан сыҡҡан тармаҡтар бар. - Дөрөҫ, 1-се һүрәттә баш мейеһенең нейрондары, 2-се һүрәттә интеллект-карта өлгөһө һүрәтләнгән. Һүрәттәр ысынлап та бер береһенә оҡшаған. Беренсеһе баш мейе менән бәйле фекерләү функцияһын башҡара, 2-се һүрәттәге интеллект-карта уйлауға, ижади фекерләүгә ҡоролған. Шуға күрә лә бындай карталар иҫтә ҡала, күңелдә һаҡлана. 5Алымдың авторы – ғалим һәм эшмәкәр Тони Бьюзен. Ул психолог, күп китаптар авторы. Уның фекеренсә ябай схемалар, таблицалар төҙөгәндә баш мейенең бары һул яҡ ярымшары ғына эшләһә, интеллект карта яһағанда ике ярымшар ҙа эшләй. Мин хәҙер һүҙ әйтәм. Ошо һүҙҙе ишеткәс, һеҙҙең күҙ алдығыҙға нимә килеп баҫа? Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов - Кем Шайморатовты хәрби булараҡ күрә? - Кем ябай ауыл малайын күҙ алдына килтерҙе? - Кем Шайморатов исеме менән бәйле урындарҙы иҫкә төшөрҙө? - Кемдәр башҡа төрлө күҙ алдына килтерҙе? -Һеҙҙең күҙ алдығыҙға килгән фекерҙәргә ҡарап, Миңлеғәле Шайморатов тураһында нимәләр әйтә алабыҙ? Һәр кемегеҙҙең фекере, күҙаллауы төрлөсә, эйеме коллегалар. Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатов исеме менән бәйләп, Интеллект-карта алымын тәҡдим итәм.Хәҙер фокус-группа алдағы ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың сығыштарынан файҙаланып М.Шайморатовтың тормошо темаһына интеллект-карта төҙөйәсәк.Төркөмдөң лидеры һәр тармаҡҡа яуаплы кешене билдәләй. Карта төҙөгәндә М.Шайморатов тураһындағы фекерҙәргә таянырға онотмағыҙ. Алдан “Интеллект-карта” алымын аңлатып китәм. 1. Ак ҡағыҙ алабыҙ, горизонталь рәүештә яһаһаҡ яҡшы булыр. 2. Һәр тармағын төрлө төҫтәге ручкалар, фломастер, ҡәләмдәр менән яһайбыҙ. 3. Дәрестә уҡыусыларға эшләткәндә, тема бирелә. Дәрестең ҡайһы этабында эшләтеүгә ҡарап , уҡыусы дәрестә дәреслек материалын файҙаланып төҙөй, ә өйгә бирелгән булһа , төрлө өҫтәмә материалдар менән тулыландыра. 4. Уртаға беҙҙең темабыҙҙы сағылдырған рәсем яһайбыҙ, темабыҙҙы яҙабыҙ, беҙҙең осраҡта М.Шайморатов. Рәсем яһау оҫталығы кәрәк түгел , иң мөһиме рәсем һеҙгә аңлашылһын. 5. Урталағы рәсемдән һығылмалы линиялар яһайбыҙ, рәсемгә яҡын ере ҡалыныраҡ, алға таба нәҙегәйә бара. Бына шул линияларға темаға ҡараған мөһим мәғлүмәттәрҙе яҙабыҙ. (Экранда күрһәтеп барыла). Был алымды ҡуллана башлағанда йәки ауыр үҙләштереүсе балалар булғанда темаға ҡараған фекерҙәрҙе, карта тармаҡтарын уҡытыусы менән бергәләп билдәләйҙәр. Миҫалда күрһәтеү өсөн, хәҙер беҙ хеҙмәттәштәребеҙгә һүҙ бирәбеҙ. Улар үҙҙәре төҙөгән интеллект-карта менән таныштырыр.1- се номерлы кешене тыңлайыҡ. (Һәр кеше бер тармаҡ тураһында һөйләй) Яуап: М.Шайморатовтың тормошо: 1899 йылдың 15 авгусында Биштәкә ауылында тыуған... М.Шайморатовтың эшмәкәрлеге: атташе, Кремелды һаҡлаусы полктың командиры, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштора, өйрәтә.. М.Шайморатов халыҡ күңелендә ниндәй булып ҡалған? Батыр, ҡыйыу. Уҡымышлы, оҫта ойоштороусы, ат уйнатып алдан бара... М.Шайморатовтыңисеме менән бәйле иҫтәлекле урындар: Һәйкәл, музей, ауыл, урам исемдәре, мәктәп исеме. Балаларҙың фекерҙәрен тыңлағандан һуң, йомғаҡ яһала. Нимәбелдем?,Нисекбелдем?, Ни өсөнбелдем? Һорауҙарынаяуапбиреп, ғөмүмәнберһөҙөмтәгәкиләбеҙ. Рәхмәт! Был алымды рус төркөмдәрендәбашҡорттеленөйрәнеүсеуҡыусыларменәндәҡулланырғамөмкин. Балаларбилдәлебертемағаинтеллектуаль карта яһайҙар. Экрандауҡыусыларымяһаған интеллект-карталарҙыкүрәалаһығыҙ. Кластантышсараларҙа ла был алымдыҡулланырғабула. Интеллект картаныңыңғай яҡтары: Яҙабыҙ: • Теләк, ҡыҙыҡһыныуменән • тиҙ • әҙ Күрәбеҙ: • эҙмә-эҙлеклебәйләнеште • материалдыбиреүструктураһын Үҫтерәбеҙ: • фекерләүҙе • хәтерҙе • күҙаллауҙы Иҫтәҡалдырабыҙ: • тиҙ • эҙмә-эҙлекле • сифатлы Был алымдыдәрестә нығытыу, рефлексия этаптарында ҡулланырға мөмкин, шулай уҡ өйэше итепбиреүҙә отошло. Беҙ һеҙҙең менән Рефлексия этабын ҡарап үттек. Хөрмәтлеколлегалар, сығышымаҙағына ла яҡынлашты. Был оҫталыҡ дәресеһеҙҙеңуҡытыу эшмәкәрлегегеҙҙә файҙалы булыр тип ышанып ҡалам.