Кластан тыш сара: Шайморатов вариҫтары.

Хәйерле иртә, уҡыусылар! Мин Ғәйфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы, һеҙҙе сәләмләйем. Бөгөнгө сараны, традицияға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының гимны менән башлайыҡ. Беҙҙә башҡорт телендә үткәрелгән һәр сара алдынан гимн башҡарыла. Мин һеҙгә ҡанатлы һүҙҙәр тәҡдим итәм. Берәүһен дәресебеҙгә эпиграф итеп һайлайыҡ.(1 се слайд) Бөгөнгө тәрбиәү сарабыҙҙың темаһы: Шайморатов вариҫтары тип алдым. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында Башҡорт атлы...

Оҫталыҡ дәресе: Әҙәбиәт дәрестәрендә М.Шайморатовтың тормош юлын һәм ҡаһарманлығын өйрәнеүҙә интеллект-карта алымын ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле коллегалар! Башҡорт теле уҡытыусылары алдында баланы һөйләргә, аралашырға өйрәтергә, байытырға һәм йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсаты ла тора.Сөнки кешелектең киләсәге, Ватан яҙмышы, ғаилә бәхете, киләсәктә гражданин буласаҡ бәләкәй баланың бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле. Уҡыусы үҙе йәшәгән төбәкте яратһын, уның мәҙәни,тарихи ҡиммәттәре тураһында уйлап фекер йөрөтһөн өсөн, уҡытыу процесында быға өйрәтергә...

М Педагогик эшкәрлектең темаһы: «Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекеләү технологияһының интеллект-карта алымын ҡулланыу»

-Хәйерле сәғәттә, коллегалар! Мин, Ғәфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы, иҫ киткес матур тәбиғәтле, киң билдәле әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәренә бик бай, һуғыш һәм хеҙмәт батырҙары менән данлы Ҡырмыҫҡалы еренән ҡайнар сәләмемде еткерәм. Минең педагогик эшкәрлек презетацияһының темаһы: «Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә тәнҡитле фекеләү технологияһының интеллект-карта алымын ҡулланыу» Эшемдең төп маҡсаты һәм бурыстары менән киләһе слайдта танышып китә...

Баязит Бикбайҙың «Рус теле» шиғыры

Дәрестең технологик картаһы Ф.И.О. Ғәйфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Предмет: башҡорт әҙәбиәте Класс:7 Дәрес төрө: яңы материалды өйрәнеү Тема Баязит Бикбай «Рус теле» . Маҡсат Баязит Бикбайҙың “Рус теле” шиғыры менән таныштырыу, шиғырҙың идея йөкмәткеһен үҙләштереү, шағир ижадының үҙенсәлектәре менән таныштырыу, туған телебеҙҙең әһәмиәтен асыҡлау, телебеҙгә һөйөү һәм халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү. Дуҫлыҡта – берҙәмлек...